Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы
Рәсәй спортсыһы, шашкасы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы (11 декабрь 1978 йыл) — Рәсәй шашкасыһы. Башҡортостан Республикаһының Шашка федерацияһының башҡарма комитет рәйесе, 2012 йылдан Рәсәйҙең Халыҡ-ара шашка федерацияһы президенты[1]. 1996 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (2001), Рәсәй гроссмейстеры (1998). Күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001). Халыҡтар дуҫлығы (2021) һәм Салауат Юлаев (2001) ордендары кавалеры. 2021 йылдың 21 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайы рәйесенең урынбаҫары итеп һайланды [2]
Remove ads
Биографияһы
Тамара Михаил ҡыҙы Танһыҡҡужина 1978 йылдың 11 декабрендә Татар АССР-ының Яр Саллы ҡалаһында тыуған. Һигеҙ йәштән (1985) пионерҙар йортоноң шашка секцияһында шөғөлләнә башлай. 1988 йылдан уйын серҙәренә уны рус шашкаһы буйынса 1985 йылғы СССР чемпионы Т С. Овечкин өйрәтә.
- 1990 йылда кескәй спортсы тәүге уңышҡа өлгәшә: рус шашкаһы буйынса СССР беренселегендә ҡыҙҙар араһында бишенсе урын яулай.
- 1991 йылда тренеры М. Белкина тәҡдиме менән Тамара халыҡ-ара шашкаға күсә.
- 1994 йылда яңы остазы Ю. В. Черток саҡырыуы буйынса Башҡортостандың Ишембай ҡалаһына күсә.Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында уҡып, урта белем ала.
- 1995 йылдың йәйендә ҙур еңеүгә өлгәшә — халыҡ-ара шашка буйынса ҡыҙҙар араһында Рәсәй бәйгеһендә беренсе урын ала.
- 1996 йылдың апрелендә ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ил чемпионаттында еңеп сыға.
- 1996—1997 йылдарҙан башлап Владимир Мильшин — Тамараның яңы тренеры. 1997 йыл спортсыға рус һәм халыҡ-ара шашкалар буйынса донъя беренселегендә еңеүҙәр килтерә.
- 1998 йылда Тамара «үҙ» уйынын эҙләүен дауам итә: уның һөҙөмтәләре түбәнәйә (ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатында 7 урын).
- Артабанғы 1999 йыл иң көсөргәнешлеләрҙең береһе. Спортсы Рәсәй беренселегендә өс уйын төрө буйынса абсолют чемпион була. Артабан ул тәүге тапҡыр донъя беренселегендә сығыш яһай һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында төп программала (Якутск) — 6 урын һәм «йәшен тиҙлеге» төрөндә (Нидерланд) — 2 урын) ала.
- 2000 йылда шашкасы Рәсәй һәм Европа чемпионаттарында еңә.
- 2001 йыл Тамараның спорт карьераһында иң «йондоҙло» була — ул донъя чемпионатында беренсе була[3] һәм «халыҡ-ара гроссмейстер» исеменә лайыҡ була.
Тамара Танһыҡҡужина 1999 йылдан башлап «Башнефть» ААЙ шашка клубы өсөн сығыш яһай, 2002 йылдан Өфөлә йәшәй.
2021 йылдың апрель-май айҙарында Польшала үткән донъя беренселегендә етенсе тапҡыр «донъя чемпионы» исемен яуланы[4].
2021 йылдың 11 майында спортсы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[5].
Remove ads
Белеме
- Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын,
- Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетын (2001)[6],
- Башҡорт дәүләт университетын (2009) тамамлаған..
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Спорт ҡаҙаныштары
- Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарынан халыҡ-ара шашка буйынса берҙән бер һәм биш тапҡыр донъя чемпионы (2001[3], 2002 (матч), 2004 (матч), 2007, 2011).
- Европа чемпионы (2000)
- Ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионы (1995)
- Ҡатын-ҡыҙҙар араһында рус шашкаһы буйынса донъя чемпионы (1997).
- Европа чемпионатының көмөш миҙалын яулаусы (2014).
- Халыҡ-ара шашка буйынса 2015 йылғы Донъя кубогын яулаусы[7].
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2021).
- Салауат Юлаев ордены (2001)
- «Башҡортостандың атҡаҙанған спортсыһы» билдәһе
- Рәсәй Олимпия комитеты һәм Фэйр Плэй комитетының спорта юғары намыҫлылыҡ өсөн дипломы (2006)
Ғаиләһе
- Тамараны әсәһе яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Йәйге каникулдарын ул Күгәрсен районында йәшәгән олатаһы һәм оләсәһе янында үткәргән[6].
- 2012 йылдың 3 декабрендә Тамара Танһыҡҡужинаның ҡыҙы тыуған, уға Суфия исеме биргәндәр[8].
Ваҡытлы матбуғатта
- Кудряшев С. Королева шашек. «Труд» гәзите, 2001, 5 октябрь[9]. (рус.)
- Атаров Е. Тамара ТАНСЫККУЖИНА: «А ВЕДЬ Я МОГЛА СТАТЬ ФУТБОЛЬНЫМ ВРАТАРЕМ» (На вопросы «СЭ» ответила российская легенда мировых шашек). «Спорт-Экспресс» гәзите, 2013, 25 октябрь[10].
- Бегишев С. Тамара Тансыккужина: Мечтаем, чтобы в шашки играли деревня на деревню. «Советский спорт» гәзите, 2015, 12 июль, № 98 (19300)[11]
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads