Таштимер

Рәсәйҙең Башҡортостан Респуубликаһы Әбйәлил районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Таштимер
Remove ads

Таштимер (рус. Таштимерово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 382 кеше булған[4]. Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201837009.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Халыҡ һаны

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (97 %)[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡИцЕй Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1866 йыл234
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл347
1920 йыл 26 август470
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар426
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар479
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар354
2002 йыл 9 октябрь381
2010 йыл 14 октябрь38217720546,353,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 23 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 32 км

Урамдары[7]

  • Коммунистик урам
  • Зәйнәп Биишева урамы
  • Мостай Кәрим урамы
  • Йәштәр урамы
  • Тыныслыҡ урамы
  • Ленин урамы
  • 1 Май урамы
  • Йылға аръяғы урамы
  • Яр урамы
  • Көнсығыш урам

Тарихы

XIX быуат башында Ҡотлогилде ауылы була, ул бөгөнгө көндә Таштимер тип атала. Был ауыл йорт старшинаһы Таштимер Ҡотлогилдиндың һәм уның атаһының исеме менән бәйле. Бында Мырҙабай һәм Яманһар Ҡотлогилдин йәшәгән. Беренсе күскенсе Мөхәмәтхәниф менән Мөхәмәтсадиҡ Таштимеровтың ейәндәре билдәле.

1816 йылда ауылда ни бары 14 хужалыҡ була. Өс ғаилә Тупаҡҡа, Балапанға, Күскәр ауылына күсә, был ауыл халҡының генетик бәйләнештәре тураһында һөйләй. X ревизия 232 кеше һәм 31 йорт тураһында белешмә бирә. 1920 йылда 95 йортта 470 кеше йәшәгән.

Бында йәшәүселәрҙең береһе Байсал Урыҫбаев илде азат итеүҙә һәм Наполеонды Европа илдәренән ҡыуыуҙа ҡатнаша. Ҡаһарманлығы өсөн «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» миҙалдары менән бүләкләнә.

24 хужалыҡ 20 ылау менән өс урынға йәйләүгә күсеп йөрөгән. Улар Ҡыҙыл, Маяғашлы, Ҡырғыҙ йылғалары буйлап урынлашҡан. Уларҙың 200 ат, 150 һыйыр, 80 һарыҡ, 30 кәзә көткән. Бер ауылға 20 сутый һөрөнтө ер булған.

1842 йылда 162 кешегә 825 бот яҙғы бойҙай сәселә. Яманһары Ҡотлогилдин йылына 155, Нәҙерғол Ғәйеткилдин 130-шар бот иген сәскән[8].

Тағы ла уҡығыҙ[9]

Remove ads

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Видеояҙмалар

Рәсемдәр

Иҫкәрмәләр

Инфраструктураһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads