Тимер ҡапҡалар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тимер ҡапҡалар (сер. Ђердапска клисураЂердапска клисур, рум. Porţile de FierPorţile de Fier) — Карпат һәм Балҡан тауҙары (йылға ҡапҡалары) яҡынайған ерҙә, Оршов ҡалаһынан түбәндә Сербия менән Румыния сигендә Дунай йылғаһының үҙәне тарайған урын. Оҙонлоғо — 15 км, киңлеге — 162 м. Европаның иң матур урындарының береһе тип һанала.
Remove ads
Тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре
Уң яҡ ярында Джердап (Сербия) милли паркы урынлашҡан. Тимер ҡапҡалар өлкәһенең хәҙерге халыҡтарының иң боронғолары — роман телле валахтарҙың (балкан-роман төркөмө) ярымкүсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбиләләре. Төньяҡ ярында уларҙың вари: тары булып румындар тора. Көньяҡ ярында әлеге ваҡытта сербтар һәм серб влахтары йәшәй.
Remove ads
Хужалыҡта ҡулланыу
Дунай йылғаһының Переграда тип аталған шаршылары һәм тупһаһы 1896 йылда оҙонлоғо 2,5 километр булған Сипск урау каналын төҙөгәнгә тиклем судноларға йөрөргә ҡамасаулай[1]. 1964 — 1972 йылдарҙа Югославия менән Румыния СССРҙың фәнни-техник ярҙамында заманса суднолар йөрөү системаһын эшләй, плотиналар төҙөлә һәм ике ҡеүәтле гидроэлектростанция (Джердап I һәм Джердап II) тәҙәлә. Тарлауыҡтың иң ҙур ҡалаһы — Дробета-Турну-Северин (Румыния).
Remove ads
Әҙәбиәт
- Ҙур совет энциклопедияһы, 3-сө баҫма.
Һылтанмалар
Викимилектә Тимер ҡапҡалар темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Железные Ворота (сербск.)
- Национальный парк Железные Ворота 2007 йыл 13 август архивланған. (рум.)
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads