Трошин Алексей Васильевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Трошин Алексей Васильевич (9 апрель 1925 йыл — 3 апрель 2008 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Полковник. Советтар Союзы Геройы (1943).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

1925 йылдың 9 апрелендә[1] Башҡорт АССР‑ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы) Яңы Ивановка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

8 синыфты тамамлаған. Стәрлетамаҡ районы «Маяк» колхозында эшләгән.

1943 йылда Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронтарында 1943 йылдың февраленән.

Мотоуҡсылар батальоны уҡсыһы ҡыҙылармеец Трошин Алексей 1943 йылдың 22 сентябренә ҡарай төндә Украинаның Черкассы өлкәһе Канев районының Зарубинцы ауылы эргәһендә Днепр йылғаһын беренселәрҙән булып аша сыға[2], плацдарм өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша, дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда күп гитлерсыны юҡ итә.

Бер аҙҙан, Киев ҡалаһын азат иткәндән һуң, А. В. Трошин яралана һәм госпиталдә ята. Һуңынан Һарытау танк училищеһы курсанты була, уны 1945 йылда тамамлай. Гитлер Германияһының баш ҡалаһы Берлинды штурмлағанда взвод менән командалыҡ итә.

Һуғыштан һуң СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1952 йылдан КПСС ағзаһы. 1947 йылда офицерҙарҙың юғары техник бронетанк мәктәбен, 1954 йылда офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай, 1968 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлай. 1970 йылда 11-се гвардия армияһы 1-се танк дивизияһының 117-се танк полкында сәйәси бүлек буйынса командир урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә.

1976 йылдан полковник А. В. Трошин — запаста, ә һуңынан отставкаға китә. Тбилиси ҡалаһы Киров районының граждандар оборонаһы штабы начальнигы булып эшләй. Артабан Воронеж ҡалаһынды йәшәй, 1995 йылдан Воронеж өлкәһе Поворино ҡалаһында, ә һуңынан Киевтағы ҡыҙында йәшәй.

2008 йылдың 3 апрелендә оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була. Киев ҡалаһында «Берковцы» зыяратында хәрби хөрмәт менән ерләгән.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 ноябрҙәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Трошин Алексей Васильевичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3273) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3][4];
  • Ленин ордены (17.11.1943);
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)[5];
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (14.05.1945)[6];
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (05.10.1943)[7];
  • миҙалдар.
Remove ads

Хәтер

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads