Воронеж өлкәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Воро́неж өлкәһе (рус. Воронежская область) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Рәсәйҙең үҙәгендә урынлашҡан өлкә.Үҙәк федераль округына ҡарай. Өлкә үҙәге — Воронеж ҡалаһы. Мәскәүгә тиклем — яҡынса 515 км[2].
Өлкә 1934 йылдың 13 июнендә ойошторолған.
Remove ads
Географияһы
Көньяҡта Украинаның Луганск өлкәһе һәм Рәсәйҙең Ростов өлкәһе менән, көнбайышта — Белгород өлкәһе менән, төньяҡ-көнбайышта — Курск өлкәһе менән, төньяҡта — Липецк һәм Тамбов өлкәләре менән, көньяҡ-көсығышта — Волгоград өлкәһе менән, көнсығышта — Һарытау өлкәһе менән сиктәш.
Өлкәләге власть ҡоролошо
Воронеж өлкәһе Уставына ярашлы, дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Башҡарма власть
- Воронеж өлкәһе Губернаторы — Воронеж өлкәһе башлығы һәм Воронеж өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе.
- Воронеж өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе.
Воронеж өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Воронеж өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.
Суд власы
Воронеж өлкәһе суд системаһы составында:
- Воронеж өлкәһе өлкә суды, Рәсәйҙен Юғары судының түбәнге инстанция суды
- Воронеж өлкәһе арбитраж суды, Рәсәйҙен Юғары судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы
Өлкә Парламенты — Воронеж өлкәһе депутаттары Советы.
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Гладков Александр Тимофеевич (19.07.1899—20.09.1968), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1950—1968 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының мал аҙығы һәм техник культуралар кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1962), профессор (1963). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963). «Почёт Билдәһе» ордены (1952) кавалеры. Борисоглебск ҡалаһынан[3].
- Лежнев Анатолий Петрович (28.03.1888—11.03.1956), рәссам. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Рәссамдар союзы идараһының беренсе рәйесе. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940). Сығышы менән хәҙерге Жердев районы Сукманка ауылынан[4].
- Позднов Виктор Андреевич (21.10.1929—11.10.2010), рәссам, йәмәғәтсе. 1952—1992 йылдарҙа Башҡортостан ижади‑производство комбинаты рәссамы, бер үк ваҡытта 1981—2010 йылдарҙа Өфөләге «Таң» Республика үҙешмәкәр рәссамдар клубы етәксеһе. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған рәссамы (1973). «Тыуған ил буйлап» Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт күргәҙмәһе дипломанты (Мәскәү, 1981).
Галерея
- Өлкәгә арналған иҫтәлекле 10 һумлыҡ аҡса (2011)
- Курск өлкәһе менән сиктәге аншлаг
- Кривоборьела таң
- Подклетное микрорайоны янында күл
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads