Тюленева (Филатова) Любовь Андреевна
уҡытыусы, Ленин ордены кавалеры From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тюленева (Филатова) Любовь Андреевна (2 сентябрь 1927 йыл, Воронеж өлкәһе — 29 июнь 2016 йыл, Өфө) — СССР һәм Рәсәй уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1975), СССР ер аҫтын разведкалау отличнигы (1967), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957) [1].
Remove ads
Биография
Любовь Андреевна Тюленева (Филатова) К.А.Тимирязев исемендге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған (1955).
1947— 1957 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Раевка ҡасабаһындағы 18-се урта мәктәптә уҡыта [2]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Раевкалағы эвакуацияланған балалар тәрбиәләнгән балалар йортонда эшләй. Унда буласаҡ популяр эстрада йырсыһы Эдуард Хиль 1942-1943 йылдарҙа йәшәгән[3].
1958 йыл- Любовь Тюленева (Филатова) Өфөгә күсенә, Башҡорт дәүләт университетында методист булып эшләй.
1961- 1962 йылдарҙа ул Өфө ҡалаһының 86-сы урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1962— 1983 йылдар — Любовь Андреевна 39-сы мәктәптә уҡыта, был мәктәп Өфөнәң иң яҡшы мәктәптәре иҫәбендә була.
1996— 1997 йылдарҙа Л.А.Тюленева 44-сы урта мәктәптә уҡыта.
Йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиә эшенә ҙур өлөш индергән өсөн ул Ленин ордены менән бүләкләнә (1978).
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969),
- СССР мәғарифы отличнигы (1975),
- СССР ер аҫты байлыҡтарын разведкалау отличнигы (1967),
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957).
Бүләктәре
- Ленин ордены (1978).
Һылтанмалар
- Посёлок Раевский (недоступная ссылка)
- БЭ Тюленева (Филатова) Любовь Андреевна (недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads