Түбәнге Ильяс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Түбәнге Ильяс (рус. Нижнеильясово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Туҡ (Тоцк) ауыл биләмәһе составына инә.
Remove ads
Географик урынлашыуы
Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Түбәнге Ильяс — ҡара табын башҡорттарының ауылы. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаевҡа ярашлы, XIX быуат аҙағында Ильяс (Урта Ильяс) ауылы кешеләре Түбәнге Ильяс һәм Үрге Ильяс ауылдарына нигеҙ һала[1].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Remove ads
Халҡы
1920[1] |
---|
435 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (99 %) йәшәй[3].
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads