Урта Ильяс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Урта Ильяс (рус. Среднеильясово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Туҡ (Тоцк) ауыл биләмәһе составына инә.
Remove ads
Географик урынлашыуы
Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Урта Ильяс (Ильяс) — ҡара табын башҡорттарының ауылы. Тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына[1]. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаевҡа ярашлы, ауылдың атамаһы Ильяс Муллаҡаевтың (Ҡыҙрас Муллаҡаевтың ҡустыһы) исеменә бәйле[2]. Ырымбур губернаһы (1860 йылдан — Һамар губернаһы) Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[1]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 35-се йортона керә. XIX быуат аҙағында ауыл кешеләре Үрге Ильяс һәм Түбәнге Ильяс ауылдарына нигеҙ һала[3].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Remove ads
Халҡы
1816 | 1834 | 1859 | 1900 | 1920[3][1] |
---|---|---|---|---|
234 | 356 | 603 | 604 | 490 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (91 %) йәшәй[5].
Билдәле шәхестәре
- Абдулғәлим Ғәбитов — зауряд-хорунжий, 1853-1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы иҫтәлегенә Владимир таҫмаһында бронза миҙалы кавалеры.
- Байтүрә Ҡалмантаев — зауряд-хорунжий, 1853-1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы иҫтәлегенә Владимир таҫмаһында бронза миҙалы кавалеры.
- Муса Ғосманов — хорунжий, Андрей таҫмаһында бронза миҙалы кавалеры.
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads