Тәңкә ҡанатлылар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тәңкә ҡанатлылар, йәки күбәләктәр, көйәләр (Lepidóptera Linnaeus, 1758 от бор. юнан. λεπίς, эйәлек килеш λεπίδος — тәңкә һәм πτερόν — ҡанат) — бөжәктәр отряды, айырылып торған үҙенсәлектәренән — алғы һәм артҡы ҡанаттарында ҡуйы хитин «тәңкәләр»(яҫмаҡ төктәр)) булыуын билдәләргә мѳмкин. Күпселек төрҙәренә һура торған томшоҡтар хас. Ҡанаттарының рәүеше һәм ҙурлығы төрлөсә: 2 мм-ҙан[1] 30 см-ға тиклем[2].
- Күбәләк бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Күбәләк (мәғәнәләр).
Тулы әүерелеү осоронда ошондай стадиялар: күкәй, ҡарышлауыҡ, ҡурсаҡ һәм имаго. Ҡарышлауыҡ селәүсен һынлыраҡ, ҡорһағында ҡыҫҡа тәпәйҙәр, ҡаты башлы, ауыҙы кимереүгә яраҡлашҡан, ебәк сығара торған парлы биҙе була, уның бүлентеләре һауала ебәккә әүерелә[3].
Тәңкә ҡанатлыларҙың һөлдәләре юр осоронан осрай, хәҙерге заманда бөжәктәр төрҙәре араһында иң киң таралғандар — отрядта 157 000 төрҙән артығыраҡ[4]. Антарктиданан башҡа континенттарҙа осрай.
Энтомология тәңкә ҡанатлыларҙы өйрәнгән фән лепидоптерология тип атала.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads