Төркмәнстан

Азиялағы ил From Wikipedia, the free encyclopedia

Төркмәнстанmap
Remove ads

Төркмәнстан (Төрөкмәнстан; төркм. Türkmenistan/Түркменистан/تۆركمنيستآن) — Урта Азиялағы дәүләт. Көньяҡтан Иран, Афғанстан илдәре менән, төньяҡтан Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан менән сиктәш, көнбайыш сиге Каспий диңгеҙенә сыға. 1992 йылдың 2 мартынан Берләшкән милләттәр ойошмаһы ағзаһы.

Ҡыҫҡа факттар

Илдең баш ҡалаһы — Ашҡабад.

Нейтраль дәүләт. Республика президенты — Ҡорбанғоло Бәрҙемөхәммәтов.

Төркмәнстан 6 административ биләмәгә бүленә: 5 виләйәт һәм виләйәт хоҡуғы булған 1 ҡала.

Thumb
Төрөкмәнстан менән дипломатик бәйләнеш тотҡан дәүләттәр

Халыҡтың күпселеге ислам динен тота.

Төркмәнстан тәбиғи газ запастары буйынса донъяла 4-се урынды, газ ятҡылыҡтары буйынса 2-се урынды биләй. 1993 йылдан илдә электр энергияһын, газ һәм һыуҙы бушлай ҡулланыу өсөн лимит булдырылған.

1991 йылдың 27 октябре — Төркмәнстандың үҙаллалыҡ иғлан иткән көнө. Парламент — Мәжлес (парламент, 125 депутат). Депутаттар 5 йылға бер мандатлы округта һайлана.

Thumb
Беҙҙен эраға тиклем 500 йыл алдынан Фарсы империяһы картаһы
Remove ads

Тарих

  • II мең йыллыҡта Төркмәнстанда Маргиан цивилизацияһы булған.
  • Беҙҙең эраға тиклем VI—IV быуаттарҙа Төркмәнстан территорияһы Боронғо Персия составында, һуңғараҡ Искәндәр Зөлҡәрнәй ҡулында булған.
  • Беҙҙең эраға тиклем III быуат – Парфия батшалығы эсендә (баш ҡалаһы – Ниса), һуңғараҡ Сәсәниҙәр дәүләте составында.
  • V-VIII быуаттарҙа эфталиттар, төркиҙәр, ғәрәптәр һөжүменә дусар була. 776783 йылдарҙа ерле халыҡ Хашим ибне Хәким (Муканна) етәкселегендәге ғәрәптәргә каршы баш күтәреүҙә ҡатнаша.
  • IX-X быуаттарҙа Таһириҙар, Саманиҙар дәүләтендә.
  • XI быуатта Төркмәнстан территорияһы уғыҙҙар тарафынан яулап алына. һуңғараҡ, уғыҙҙарҙың ерле иранлылар белән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә, хәҙерге төркмән этносы барлыҡҡа килә. XI-XIII быуаттарҙа баш ҡалаһы Мерв булған беренсе төркмән Сәлжүк дәүләте барлыҡҡа килә.
  • XIII быуат башында монголдар тарафынан яулап алына һәм Илхандар дәүләтенә, һуңғараҡ Тимериҙәр дәүләте составына керә.
  • XVI-XVII быуаттар – Хиуа ханлығы һәм Бохара ханлығына керә.
  • 1869—1885 йылда Рәсәйгә ҡушыла (Каспий арты өлкәһе).
  • 1917 йылдың ноябрендә Төркөстан АССР-ы составында Төркмәнстан автономиялы өлкәһе була. 1924 йылда Төркмән ССР-ы төҙөлә.
  • 1948 йылдың 6 октябрендә Төркмәнстанда көслө ер тетрәүе һөҙөмтәһендә 100 мең кеше вафат була.
  • 1990 йыл – Республика Президенты вазифаһы барлыҡҡа килә. Ул урынды уға тиклем республика менән идара иткән Сапарморат Ниязов ала.
  • 1991 йыл, октябрь – Йөмһүриәттең Юғары Ҡалып:Коммент бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә, Төркмән ССР-ы атамаһы Төркмәнстанға үҙгәртелә.
Thumb
Төркмән егете дөйәһе менән, XX быуат башы, Прокудин-Горский фоторәсеме
Thumb
Каспий

Төркмәнстанда нефть, газ, көкөрт, ҡара ҡурғаш, мирабилит, йод, бром ятҡылыҡтары бар.

Thumb
Ҡараҡом сүллеге
Thumb
Төркмәнстан виләйәттәре
Remove ads

Халҡы

Йөмһүриәттә халыҡ һанының тиҙ артыуы күҙәтелә. 1979 йылдағы халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса республикала 2 759 мең, 1989 йылда – 3 534 мең, 1995 йыл иҫәбе буйынса – 4 481 мең кеше йәшәгән. 1995 йылдан һуң да үҫеш дауам итә: 2000 йылда – 5 200 мең, 2001 йыл башында – 5369,4 мең; 2001 йыл, 1 май – 5410 мең; 2001 йыл, 1 август – 5478,9 мең кеше.

Халыҡтың яҡынса 90% – төркмәндәр, 4% – үзбәктәр, 3% – урыҫтар. Шулай уҡ әзербайжандар, ҡаҙаҡтар, татарҙар һ.б. халыҡтар ҙа йәшәй.

Remove ads

Төркмәнстан виләйәттәре

Туризм

Һуңғы йылдарҙа илдә туризм йылдам үҫешә. Бигерәк тә дауаланыу маҡсатында күпләп киләләр. Беренсе сиратта, был бәйле Каспий диңгеҙе яры буйында Аваза туристик зонаһы булдырыу менән бәйле[5]. Һәр турист Төркмәнстанға виза инер алдынан алырға тейеш. Турист визаһы алыу өсөн, күпселек дәүләт граждандары урындағы туристик агентлыҡтарҙың ярҙамына мохтаж булып ҡала[6]. Төркмәнстанға килгән туристар өсөн тарихи иҫтәлекле урындарға экскурсия турҙары ойошторола[7][8]

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads