Уран (элемент)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Уран (лат. Uranium, U) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 92.
Атом массаһы — 238,029; актиноидтарға ҡарай. Уранда радиоактив элементтар аҙ, тотороҡло изотоптары юҡ. Уның иң киң таралған изотобы уран-238 (146 нейтронлы, тәбиғи уранда 99,3 % тәшкил итә) һәм уран-235 (143 нейтронлы, тәбиғи уранда миҡдары 0,7204 %).
Remove ads
Символы
Уран элементының символы — U (Уран тип уҡыла).
Тарихы
Уран 1789 йылда Клапрот Мартин Генрих тарафынан асыла.
Боронғо заманда уҡ тәбиғи уран окисы һары һауыт-һаба яһау өсөн ҡулланылған. Мәҫәлән, Неаполь янында һары быяла ярсығы табылған, унда 1 % уран оксиды бар булып сыҡҡан, быяла беҙҙең эраның 79-сы йылында эшләнгән булған[6] Уран тарихында беренсе мөһим дата — 1789 йылда немец натурфилософы, химик Мартин Генрих Клапрот Саксония настуран мәғдәнен ҡаҙып алып, алтынһыу-һары «тупраҡтан» металға оҡшаш ҡара матдә тергеҙеүе. Клапрот уны яңы элемент тип иҫәпләп, Уран планетаһы хөрмәтенә шундай исем бирә.
Уран илле йыл металл тип иҫәпләнеп йөрөй. 1841 йылда ғына француз химигы Эжен Пелиго (1811—1890) металға оҡшаш ялтырауыҡлы булһа ла, Клапрот уран элемент түгел, UO2 оксиды тип иҫбатлай. 1840 йылда Пелиго ябай матдә уранды айырып ала һәм уның атом ауырлығын билдәләй.
Уранды өйрәнеүҙә киләһе мөһим аҙымды 1874 йылда Д. И. Менделеев яһай. Ул үҙе эшләгән периодик системаһына таянып, уранды таблицаһының иң алыҫ шаҡмағына урынлаштырған. Элек урандың атом ауырлығын 120-гә тигеҙ тип һанағандар. Менделеев был миҡдарҙы ике тапҡыр арттыра. 12 йылдан һуң уның фекере немец химигы Циммерман (J. Zimmermann) тәжрибәләре менән раҫлана[7].
1896 йылда, уран тикшергәндә, француз ғалимы Антуан Анри Беккерель осраҡлы рәүештә радиоактив тарҡалыуҙы (радиоактивный распад) аса.
Remove ads
Тәбиғәттә

Уран — күп һанда осрай торған иң ҙур номерлы элемент. Ер ҡабығы йөкмәткеһенең 0,00027 % (ауырлығы) тәшкил итә, диңгеҙ һыуында концентрацияһы — 3,2 мкг/л (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 3,3·10-7 %). Литосферала уран миҡдары 3 йәки 4 ·10−4%[8] тип баһалана .
Уран сығарған илдәр
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads