Ферапонтов Владимир Петрович (Советтар Союзы Геройы)
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ферапонтов Владимир Петрович (12 июнь 1909 йыл — 18 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).
1940 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Remove ads
Биографияһы
Владимир Петрович Ферапонтов 1909 йылдың 12 июнендә Бәләбәй ҡалаһында (хәҙерге Башҡортостан) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Ферапонтовтарҙың ҙур ғаиләһендә дүрт бала үҫә, ә Владимир иң өлкәне була, шуға күрә уға иртә хеҙмәт татырға тура килә. Атаһы — конторщик, ә әсәһе — йорт хужабикәһе[1].
Мәктәптә уҡый, 1922—1927 йылдарҙа Бәләбәйҙә 1-се заманса мәктәптә белем ала. 10 класты тамамлай.
Бәләбәй ҡалаһында балалар колонияһында тәрбиәсе һәм 1-се урта мәктәп директоры булып эшләй, Дәүләкән ҡасабаһында (хәҙерге Башҡортостандағы ҡала) 2-се мәктәп директоры һәм математика уҡытыусыһы (1941—1943), Дәүләкән районы халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы (1929-1937) була.
1943 йылдың февралендә Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1943 йылдың авгусынан хәрәкәт итеүсе армияла.
202-се гвардия уҡсылар полкының 1-се уҡсылар батальоны 1-се пулемёт ротаһының пулемёт расчеты командиры гвардия өлкән сержант Ферапонтов Владимир Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Украинаның Киев өлкәһе Кагарлык районы Балыко-Щучинка ауылы районында беренселәрҙән булып Днепрҙың уң ярына сыға, ауылға баҫып барып инә һәм үҙенең пулемёт уты менән взводҡа яҡын гитлерсыны ҡыра.
Ферапонтов артабанғы көндәрҙә — 1943 йылдың 3 октябренә тиклем — дошмандың 15 контратакаһын кире ҡаға һәм 80-дән ашыу һалдатын һәм офицерын юҡ итә.
1943 йылдың 18 ноябрендә Ферапонтов һуғыштарҙың береһендә алған яраларынан вафат була.
Ферапонтов Владимир Петрович Украинаның Киев өлкәһе Переяславль-Хмельницкий районындағы Ерковец ауылында ерләнгән.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 13 ноябрендәге указы менән, командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн, гвардия өлкән сержанты Ферапонтов Владимир Петровичкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2];
- Ленин ордены (13.11.1943);
- миҙалдар.
Хәтер
- Ферапонтов Владимир уҡыған 1-се Бәләбәй урта мәктәбе уның исемен йөрөтә, мәктәп бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Унда ошондай яҙыу бар:
«Беҙҙең мәктәптә Советтар Союзы Геройы Владимир Петрович Ферапонтов уҡыны. Пехотасы» (киң мәғлүмәт саралары хәбәрҙәрендә дөрөҫ булмаған яҙыу осрай: «Был бинала 1922—1927 йылдарҙа Советтар Союзы Геройы П. В. Ферапонтов уҡыны»[3].
- Бәләбәй ҡалаһының Красноармейская урамындағы Ферапонтов йәшәгән 68-се йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.
- Ерковцы
- Ерковцы ауылында һәйкәл ҡуйылған.
- Дәүләкән ҡалаһында урам Герой исемен йөрөтә.
- Дәүләкән ҡалаһының 2-се урта мәктәбе Герой исемен йөрөтә. Мәктәп биләмәһендә СССР Геройына һәйкәл тора.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads