Киркоров Филипп Бедросович

эстрада йырсыһы, актёр, композитор һәм продюсер. From Wikipedia, the free encyclopedia

Киркоров Филипп Бедросович
Remove ads

Киркоров Филипп Бедросович (болг. Фи́лип Бедро́сов Кирко́ров, төп исеме — Фили́пп Бедро́с Кирко́ров[1]; 30 апрель 1967 йыл, Варна, Болгария) — СССР һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы, актёр, композитор һәм продюсер. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2008).

Ҡыҫҡа факттар Төп мәғлүмәт, Тулы исеме ...
(аудио)
(аудио)
Ф.Б. Киркоровтың тауыш яҙмаһы
noicon
«Эхо Москвы» радиоһына интервью, 16 апрель 2005 йыл
Помощь по воспроизведению

Һигеҙ тапҡыр «Овация» премияһына, биш тапҡыр «World Music Awards» наградаһына лайыҡ булған, күп тапҡырҙар «Алтын граммофон», «Йөҙ ботло хит», «Көмөш галош» премияларын алған, йыл һайын үткәрелеүсе «Йыл йыры» фестивале лауреаты. 2002 йылда «Кинотавр» фестивалендә «Вечера на хуторе близ Диканьки» мюзиклындағы роле өсөн Киркоров «Иң яҡшы ирҙәр роле» номинацияһында еңеүсе була[2].

Remove ads

Ғаиләһе

  • Олатаһы (атаһы яҡлап) — Филипп Киркоров (ысын фамилияһы — Крикорян), әрмән[3], итексе булып эшләй. 
  • Өләсәһе (атаһы яҡлап) — София Киркорова, шулай уҡ әрмән[3].
  • Олатаһы (әсәһе яҡлап) — Манион Михаил Альфонсович, (1891—1918), акробат, музыкаль эксцентрик, клоун, ярым француз, ярым рус, Манион фамилияһы — ирланд сығышлы.
  • Өләсәһе (әсәһе яҡлап) — Манион Лидия Михайловна, цирк актрисаһы, ксилофонсы, бейеүсе. Тамырҙары менән сиған.
    • Атаһы — Бедрос Филиппович Киркоров[4][5][6][7] болгар йырсыһы, әрмән[6] (1932 йылдың 2 июнендә тыуған[8]). Бедростың әйтеүенсә, ул болгар мәктәбенә инеү өсөн мотлаҡ шарт булғанлыҡтан Крикорян фамилияһын Киркоровҡа алмаштырған[3].
      • Атаһы яҡлап һеңлеһе — Ксения (2002 йылдың сентябре), бары 2 аҙна ғына йәшәп ҡала. Ата-әсәһе әйтеүенсә, сабый табиптарҙың хатаһы арҡаһында һәләк булған.
    • Әсәһе — Виктория Марковна Киркорова (Лихачёва)[9], концерттар алып барыусы (6 апрель, 1937 — 30 апрель 1994[8]), рактан үлә.
    • Әбеһе (атаһының апаһы) — Мари Киркорова (1945 йылғы), опера йырсыһы. АҠШ-та эшләй.
    • Бабаһы (атаһының ағаһы) — Харри Киркоров (1937 йылғы), бизнесмен.
Балалары
  • Ҡыҙы — Алла-Виктория (26 ноябрь, 2011). Уның тыуыуы тураһында 20.00 «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» программаһында хәбәр ителә. 2011 йылдың 30 ноябрендә «Һөйләһендәр әйҙә» тигән программала  Киркоров ҡыҙына әсәһе Виктория [10]  һәм А. Пугачёва хөрмәтенә исем ҡушылыуы тураһында һөйләй.
  • Улы — Мартин (29 июнь, 2012). Уның тыуыуы тураһында йырсы Софиялағы концертында иғлан итә[11].
Ҡатыны
  • 1994—2005 — А. Пугачёва менән никахта тора.1994 йылдың 13 ғинуарында пар Мәскәүҙә йәрәшеүҙәре тураһында белдерә. 15 мартта никах Санкт-Петербургта ҡала мэры А. Собчак тарафынан теркәлә. 15 майҙа Иерусалимда сиркәүҙә никахлашалар. А. Пугачёва менән 2005 йылдың мартында кешегә белдермәй генә айырылышалар, был хаҡта 2005 йылдың ноябрендә Лолитаның «Комплекстарһыҙ» программаһында рәсми иғлан ителә.
Remove ads

Биографияһы

Биш йәшенән ата-әсәһе менән гастролдәргә йөрөй. Бала сағында Мәскәүҙә йәшәй. Киркоров беренсе тапҡыр сәхнәгә 5 йәшендә сыҡҡан, тиҙәр. Филипп Петрозаводск театрында атаһы Б. Киркоровтың концертында була.  Бедрос 1944 йылда Варнала үҙе осратҡан совет танкистарына арналған «Улыҡайым» тигән автобиографик йырын башҡара. Йыр тамамланғас, Филипп сәхнәгә сыға һәм атаһына ҡәнәфер бүләк итә, ә Бедрос уны тамашасыларға таныта һәм Фиипп үҙ ғүмерендә тәүге алҡыштарҙы ала[12].

Белеме

  • № 413-сө мәктәпте алтын миҙалға тамамлай[13]. Мәктәптән һуң Театр институтына инергә тырышып ҡарай, ләкин имтихан тапшыра алмай[14].
  • «Фортепиано» һәм «гитара» кластары буйынса музыка мәктәбен тамамлай.
  • 1984—1988 йылдар: Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка училищеһы, музыкаль комедия бүлексәһе[15], ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

1985—1989: карьераһының башы

1985 йылдың ноябре — «Шире круг» программаһында «Алёша» тигән йырҙы болгар телендә башҡарып, тәүге тапҡыр телевидениеға сыға.    «Шире круг» программаһында Киркоровҡа «Зәңгәр ут» режиссёры С. И. Анапольская иғтибар итә һәм уны тапшырыуға саҡыра. «Зәңгәр ут» етәкселеге, үтә һылыу тип, рөхсәт бирмәй. Анапольская, әгәр  Ф. Киркоровты «Ут»ҡа төшөрөтмәһәләр, ул тапшырыуҙы бөтөнләй эшләмәйәсәге тураһында беренсе ғаризаны яҙа. Икенсе  ғаризаһында, әгәр ул «Ут»ты төшөрмәһә, эштән бушатыуҙарын  үтенә. 

1987 йыл — И. Рахлин етәкселегендәге «Ленинград мюзик-холл»ға эшкә саҡырылыу, Берлиндағы бар донъяға билдәле «Фридрихштадтпаласт» театрындағы шоуҙа ҡатнашыу өсөн сит ил турнеһы. Мюзик-холдан киткәс, Филипп йырҙар яҙыусы шағир И. Резник менән осраша, ул егеткә ҙур булышлыҡ күрһәткән тәүге профессионалдарҙың береһе була. 

1988 йылдың апреле — И. Резниктың вернисажында А. Пугачёва менән  Ф. Киркоровтың тәүге осрашыуы. 1988 йылдың октябрендә Филипп унан беренсе «Раштыуа осрашыуҙары»нда ҡатнашыуға саҡырыу ала. Был ваҡытҡа Киркоров  Гнесиндар исемендәге училищены тамамлай, Ялтала ғүмерендәге тәүге конкурста уңышлы сығыш яһай, «Кармен» тигән йырға беренсе клибын төшөрә һәм Монголияла совет хәрби частарында түләүһеҙ концерттар күрһәтә. 

 «Раштыуа осрашыуҙары»н әҙерләгәндә йырсы шағир Л. Дербенёв менән таныша, ул Киркоров өсөн артабан шлягерға әйләнеп киткән йырҙарын яҙа: «Ты, ты, ты», «Небо и земля», «Атлантида», «Днём и ночью» һ.б.

1989 йыл — А. Пугачёваның партнёры сифатында Австралияға һәм Германияға гастролдәре, Пермгә беренсе яңғыҙ гастроле. Шул уҡ йылды Киркоров тәүләп «Йыл йыры» фестиваленең финалына сыға[16].

1989 йылдың аҙағы — Киркоров «Алла Пугачёва театры»нан китә һәм әүҙем концерт эшмәкәрлеген башлай.

1990-сы йылдар: киң билдәлелек алыу

1990 йыл — Ленинградта «Шлягер-90» конкурсында  «Небо и земля» тигән йыр менән Гран-при яулай.

1992 йыл —  композитор А. Лукьяновтың «Атлантида» тигән йырына видеоклип йылдың иң уңышлы клибы тип табыла. Йырсының ике яңғыҙ программаһы — «Небо и земля» һәм «Атлантида» сыға. Һуңғыһы йылдың иң яҡшы шоуы тип таныла. Ошо уҡ йылдарҙа  Киркоровтың АҠШ-та, Канадала, Германияла һәм Израилдә тәүге гастролдәре була.

1993 йыл — «Йылдың иң яҡшы йырсыһы» номинацияһында «Овация» премияһы һәм халыҡ-ара «Алтын Орфей» конкурсында премия. Ошо уҡ ваҡытта Австралиялағы гастроле уңышлы  үтә.

1994 йыл — «Я не Рафаэль» тигән соло программаһы сыға, уның төп өлөшөн Э. Хампердинк, Т. Джонс, Ф. Синатра, П. Анка һәм Э. Пресли репертуарындағы хиттар алып тора. «Я поднимаю свой бокал» тигән йырҙы яҙҙырыу. 1994 йылдың ноябрендә Киркоров менән Пугачёва Атлантик-Ситиҙа, Американың иң ҙур «Таж-Махал» казиноһында ҙур концерт бирә, киләһе йылының майында Израиль буйлап уртаҡ концерт туры үткәрәләр.  1994 йылдың 18 июлендә — В. Листьев, 1997 йылдың 20 февралендә (А. Пугачёва менән икәүләп) А. Разбаш алып барған «Час пик» программаһында ҡатнаша.

1995 йылда Киркоров тағы 2 «Овация» премияһын ала — «Иң яҡшы программа өсөн» и «Иң яҡшы йырсы» булараҡ, 3 хитҡа видеоклиптар төшөрә — «Пташечка», «Посмотри, какое лето» һәм «Милая». Көтмәгәндә, Дублинда буласаҡ «Евровидение» халыҡ-ара конкурсы башланыуға бер аҙна ҡалғанда, Филипп унда Рәсәй исеменән сығыш яһаясағын ишетә; «Колыбельная для вулкана» йыры менән 17-се генә урынды ала. Игорь Николаев һәм Лайма Вайкуле менән бергәләп Валдис Пельштың «Угадай мелодию» программаһында ҡатнаша. 

1995 йыл аҙағы — «Полиграм» лейблында һыйҙырышлылығы ике тапҡырға ҙурыраҡ компакт-дискы сыға, ул «Скажи солнцу: Да!“» тип атала. Альбомдың сығыуы Дәүләт эстрада театрында «Лучшее, любимое и только для Вас» программаһы премьераһы менән тап килә. Ул һуңынан бөтә илдә ҙур уңыш менән бара.  1996 йыл — Монте-Карлола Рәсәй башҡарыусылары араһындағы рекордлы тираж өсөн (2 миллион тауыш яҙмаһы)  Бөтә донъя музыкаль премияһы (World Music Awards). «Мөғжизәләр яланы» капитал-шоуының Яңы йыл сығарылышында, «Тема» программаһында ҡатнаша.

1997 йыл — донъя буйлап  «Лучшее, любимое и только для Вас!» туры. «Чердачок Фруттис» программаһында ҡатнаша.

1999 йыл — «Ой, мама, шика дам!» тигән яңы программаһы сыға, ул күпселек шәреҡ йырҙарынан тора. 

1999 йылдың 5 майы Монте-Карлола 1998 йыл өсөн  World Music Awards премияһын алыу, унан һуң Германияға гастроль. 1999 йылдың июнендә М. Джексон саҡырыуы буйынса «Michael Jackson and Friends. What more can I give» хәйриә программаһында Рәсәй вәкиле булараҡ ҡатнаша.

 2000 йылдан һуңғы ижады

2001 йылда испан телендәге берҙән-бер альбомы Magico Amor сыға, ул Azteca Records (Лос-Анджелес) студияһында яҙҙырыла һәм Мексикала нәшер ителә. Артист тағы бер испанса альбом, Sueno d’Amor, яҙҙырырға теләһә лә, бер нисә йыры әҙер булыуға ҡарамаҫтан (Гранада, Пташечка, Марина, Ой мама шика дам һәм Единственная), төрлө сәбәптәр арҡаһында альбом донъя күрә алмай.

Әле Киркоров продюсерлыҡ менән шөғөлләнә һәм үҙенең концерт программалары менән сығыш яһай. 

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсми исемдәре һәм бүләктәре
    •   Франциск Скорина ордены (Белоруссия, 2012)[17]
    • Ялта ҡалаһының Почетлы гражданы (Украина, 2010)[18]
    • Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2008) — сәнғәт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[19]
    • Украинаның халыҡ артисы (2008)[20]
    • Украинала йыл кешеһе (2008)[21]
    • «Астанаға 10 йыл» юбилей миҙалы (Ҡаҙағстан, 2008)
    • [22]
    • «Сәнғәткә хеҙмәт итеү» Алтын Ордены кавалеры (8 сентябрь, 2007)[23]
    • Халыҡ-ара Мәҙәниәт һәм Сәнғәт Академияһы Академигы  (8 сентябрь, 2007)[24]
    •  «Рәсәй профессионалы» почётлы ордены  (30 август, 2007)
    • Чечняның халыҡ артисы[25] (2006)
    • Ингушетияның халыҡ артисы[25] (2006)
    • Донъя Халыҡтары Берҙәмлеге Халыҡ-ара Академияһы Академигы (25 ноябрь, 2006)
    • Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2001) — сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн [26]
    • «Рәсәйҙең тылсымлы тауышы» — йыл да тапшырыла торған «Алтын Һыуғояр» бөтә Рәсәй премияһы (19 апрель, 2001)[27]
    • Ҡырым Автономиялы Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (25 август, 2000)
    •  БМО-ның Изге Ихтыяр илсеһе (23 февраль, 2000)
    • «Йыр батшаһы» (январь 2000, Латин Америкаһының «Fama» премияһы)
    • Эстрада сәнғәте эшмәкәрҙәренең халыҡ-ара идараһы ағзаһы 
  •  «Только один месяц и только для Вас!» (ғинуар, 1999) концерттар серияһы өсөн Гиннесстың Рекордтар китабына индерелгән. 

Премиялары

«World Music Awards»

Рәсәйҙең иң популяр башҡарыусыһына: тауыш яҙмаларының һатылыу лидерына «Best selling Russian Artist»

  • 8 май, 1996 — Монте-Карло, «Днем и ночью» йыры
  • 5 май, 1999 — Монте-Карло, «Come and dance» йыры
  • 15 сентябрь, 2004 — Лас-Вегас, «Un dia feliz» йыры
  • 31 август, 2005 — Лос-Анджелес, «Карнавал» йыры
  • 9 ноябрь, 2008 — Монте-Карло, «Tango» йыры

«Овация»

  • 1993: Йыл йырсыһы
  • 1994: Йыл йырсыһы
  • 1997: 1996 йылдағы иң яҡшы видеоклип өсөн  («Зайка моя»)
  • май, 1998:
    • Йыл йырсыһы,
    •  «Рәсәй эстрадаһын пропагандалаған өсөн» премияһы —  «Лучшее, любимое и только для Вас!» донъя супертуры,
    •  «Иң яҡшы шоуҙың идеяһы һәм ҡуйылышы өсөн» премияһы —  «Алла өсөн сюрприз» программаһы («Спасибо Вам, враги мои» йыры)
  • 28 апрель, 1999: «Йылдағы иң яҡшы шоу» —  «Лучшее, любимое и только для Вас!» шоуы
  • 21 май, 2001: «Ун йыллыҡтың иң яҡшы  гастроль  туры» — «Лучшее, любимое и только для Вас!» туры[28]
  • 2008: Йыл йырсыһы

 «Йыл йыры» фестивалендә ҡатнашыу

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Һайлау ...

«Алтын граммофон»

«Алтын граммофон» рекордсыһы: нисә церемония үтһә, шунса статуэткаһы бар: 2002 һәм 2008 йылда төшөп ҡалһа ла,  2003 һәм 2010 йылдарҙа икешәр награда ала.

  • 1996: «Карнавал»
  • 1997: «Улетай, туча!»
  • 1998:
    • «Ой, мама шика дам!»,
    • «Дива» — приз композитор Цвика Пикка тапшырыла
  • 1999: «Мышь»
  • 2000: «Огонь и вода»
  • 2001: «Ты поверишь?», «Я за тебя умру!» — бонус
  • 2003:
    • «Жестокая любовь»,
    • «Роза чайная» (М. Расптуина менән)
  • 2004: «Немного жаль»
  • 2005:
    • «Обычная история» (церемонияла — «Попурри»)
    • «Иң үтемле башҡарыусы» призы
  • 2006: «Полетели!»
  • 2007: «Сердце в 1000 свечей»
  • 2009: «Просто подари»
  • 2010:
    • «Струны души» (композитор Юлиана Донская),
    • «Голос» (А. Нетребко менән)
  • 2011: «Снег»
  • 2012: «Я отпускаю тебя»
  • 2013: «Сердце ждет»
  • 2014: «Радость моя»
  • 2015: «Он твоя июллюзия»
  • 2016: «Прохожие» , «Забываю» (Любовь Успенская менән)

«Тауышлы юлаҡ»

  • 1994: «Марина», «Примадонна» йырҙары
  • 1995: «Днём и ночью», «Посмотри, какое лето», «Милая», «Пташечка» йырҙары
  • 2003: Йыл йырсыһы,  «Роза чайная», «Радио-бэйби», «Мечта», «Джалма» (М. Распутина менән) йырҙары
  • 29 ғинуар, 2006: «Иң-иң» махсус призы, «Попурри» йыры
  • 10 июль, 2007:  «Евровидение-2006» махсус призы, «Йыл видеоһы», «Мәңгелек двигатель» призы, «Полетели!» йыры
  • 2 февраль, 2008: Оперетта театрындағы «Юбилей шоуҙары» шоуы өсөн «Тауышлы юлаҡ»тың Дан Залы ваҡиғаһы һәм йыл концерты, «Приглашение на чай» йыры (М. Распутина менән) 

Кинола ҡатнашҡан өсөн

Ентеклерәк мәғлүмәт Дата, Премия ...

Конкурсант

  • август, 1988: Ялталағы конкурста дипломант.
  • 24 июнь, 1989: «Парнасҡа баҫҡыс» (Москва). Тамашасы һөйөүе призы.
  • июнь, 1990: «Шлягер-90» халыҡ-ара конкурсы (Санкт-Петербург). Гран-при,  «Небо и земля», «Кармен» йырҙары.
  • 1992:
    • июнь: «Алтын Орфей» халыҡ-ара конкурсы (Болгария). II премия, «Ты, ты, ты» йыры.
    • июль: «Интерфест» халыҡ-ара конкурсы (Македония). I премия, «Загляни в мои глаза» йыры.
  • 13 май, 1995: Евровидение (Ирландия, Дублин). 17-се урын, «Колыбельная вулкану» йыры.
  • 1996 — Халыҡ-ара видеоклиптар конкурсы «Видеоклиптарҙа анимация» номинацияһында (Мәскәү). Юғары премия, «Зайка моя» клибы.
  • 5 июль, 2000:  «Йыл тышлығы» конкурсы, «Тышлыҡ йөҙө» һәм «Йыл тышлығы» номинацияларындағы премиялар «Культ Личностей» № 26 (ноябрь-декабрь, 1999 йыл) журналын биҙәгән өсөн
  • 2011: «Призрак Оперы» телепроекты, 1 каналда — 1-се урын[29]
Remove ads

Ижады

Концерт программалары

  • «Загляни в мои глаза»:
    • 1990 йыл,  1991 йылдың 7-8 марты — Эстрада Театры, Мәскәү
  • «Небо и земля»:
    • 1991 йылдың октябре — Россия дәүләт үҙәк концерт залы, Мәскәү 
    • 1992 йылдың апреле — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
  • «Атлантида»:
    • 1992 йылдың октябре — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    • 1992 йылдың декабре — 1993 йылдың октябре — АҠШ, Канада, Израиль, Германия, Австралия буйлап тур
  • «Я не Рафаэль»:
    •  1994 йылдың 4-8 марты — Россия дәүләт үҙәк концерт залы, Мәскәү
    • 1994 йылдың 10-15 марты — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    • 1994 йылдың майы — А. Пугачева менән Израиль буйлап «Венчальный тур» 
    • 1994 йылдың ноябре — АҠШ буйлап тур 
  • «Я не Рафаэль»-II
    • 7-8 марта 1995 — «Парад парадов» программаһында төшөү, Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    • март — май 1995 —  Германия, Израиль турҙары
    • 19-26 ноября 1995 — Эстрада Театры, Мәскәү
  • «Звездное лето»:
    • январь 1996 — АҠШ-та А. Пугачева, К. Орбакайте, кесе В. Пресняков менән ғаилә туры 
  • «Лучшее, любимое и только для Вас!»:
    • 25-30 апрель, 1996 — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    • 21-24 ноября 1996 — Россия дәүләт үҙәк концерт залы, Мәскәү 
    • апрель 1997 — январь 1998 — АҠШ, Германия, Израиль, Украина, Латвия, Таиланд туры
  • «Лучшее, любимое и только для Вас!»-2:
    • 20 февраль — 1 март, 1998 — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    • 5-8 марта 1998 — Олимпийский СК, Мәскәү 
    • 21-22 март, 1998 — Лас-Вегас (АҠШ) туры
    • 3 сентябрь, 1998 — Болгария
    • 1998 — яҡын сит илдәр туры.
  • «Только один месяц и только для Вас!»:
    • 30 октябрь — 2 декабрь, 1998 — Октябрьский ҙур концерт залында, Санкт-Петербург, 32 концерт
  • «Ой, мама шика дам!»:
    • 15-30 ғинуар, 1999 — Россия дәүләт үҙәк концерт залы, Мәскәү 
    • 1-11 апрель,1999 — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    •  1999, көҙ — «Ваша музыка» программаһын төшөрөү, Россия дәүләт үҙәк концерт залы, Мәскәү 
  • «Дива»:
    • 19-20 ноябрь,1999 — Лас-Вегас, АҠШ
  • «Филлениум»:
    • апрель — июнь 2000 — Израиль, Украина, Белоруссия туры
  • «Король мамбо» (& Лу Бега):
    • 13 декабрь, 2000 — Олимпийский СК, Мәскәү 
    • декабрь, 2000 —  Боҙ ҙарайы (Санкт-Петербург)
  • «Вчера, сегодня, завтра и…»:
    • 17 ноябрь −1 декабрь, 2000, 25-28 һәм 30 апрель, 2002 — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    • 23-28 января 2001 — Дәүләт Кремль һарайы, Мәскәү
    • 2001 — 2002 — АҠШ, Балтик илдәре, Украина, Монголия, Төркиә туры
  • «В свой День рождения я пою для Вас!»:
    • 30 апрель, 2001 —  Боҙ һарайы (Санкт-Петербург)
  • «Лучшие песни»:
    • 12-13 март, 17-26 октябрь, 2003 — Россия дәүләт үҙәк концерт залы, Мәскәү 
    • 29 октябрь — 2 ноябрь, 2003 — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    • февраль, 2004 — Украина туры
    • 5 мая 2005 — Бөйөк Британияла концерт (Лондон, Apollo Hall)
    • 2004 —  2006 йылдың апреле  —  Израиль, Германия, АҠШ, Бөйөк Британия, Болгария, Украина, Литва, Белоруссия, Болгария, Израиль буйлап А. Стоцкая менән тур
    •  2006 йылдың июле —2007 — Украина, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Болгария, Израиль туры
  • «Король ремейкоff»:
    • июль, 2004, февраль, 2005 — Белоруссия, Балтик буйы туры
    • 22-24 сентябрь, 2005 — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
  • «Юбилейные концерты»:
    • 16-25 октябрь, 2007 — Эстрада Театры, Мәскәү
    • 12-16 декабрь, 2007 — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    • 2008 — Балтик буйы, АҠШ, Канада, Белоруссия, Швейцария туры
    • 2009 — БҒӘ, Испания, АҠШ, Таиланд, Украина, Швейцария туры
  • «Юбилейные концерты. На бис!»:
    • 15-30 апрель, 2008 — Эстрада Театры, Мәскәү
  • «Просто подари»:
    • 9-11 апрель, 2010 — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    • 2010 йыл — Бельгия, Балтик буйы, Италия, Германия, Австрия, Испания, Болгария, Израиль туры
    • 8-10 апрель, 2011 — Октябрьский ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
    • 2011 йыл — БҒӘ, Израиль, Италия, Украина, Белоруссия, Төркиә, Австрия туры
  • "ДруGOY":
  1. 8-9 ноябрь, 2011 — Дәүләт Кремль һарайы, Мәскәү
  2. 20-22 апрель, 2012 — Октябрьский Ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
  • "Я":
  1. 16 - 20 март, 2016 — Дәүләт Кремль һарайы, Мәскәү
  2. 1 - 3 апрель, 2016 — Октябрьский Ҙур концерт залы, Санкт-Петербург
Remove ads

Яңы Тулҡын

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Йыр ...
Remove ads

Дискография

Студияла яҙылған альбомдар

  • 1990 — «Филипп» 
  • 1990 — «Синдбад-мореход» 
  • 1991 — «Ты, ты, ты» 
  • 1991 — «Небо и земля» 
  • 1992 — «Такой-сякой» 
  • 1994 — «Я не Рафаэль» 
  • 1995 — «Примадонна» 
  • 1995 — «Скажи Солнцу: „Да!“» 
  • 1998 — «С любовью к Единственной» 
  • 1998 — «Ой, мама, шика дам!» 
  • 2000 — «ЧелоФилия» 
  • 2001 — Magico Amor (испан телле альбом)
  • 2001 — «Влюблённый и безумно одинокий» 
  • 2003 — «Незнакомка» 
  • 2004 — «Дуэты» 
  • 2007 — «For You» 
  • 2011 — «ДруGOY» 
  • 2016 — «Я»
Remove ads

Видеография

Концерттар

    • 2009 — «Юбилейное шоу в Московском театре оперетты 2008 год» 
    • 2004 — «Лучшие песни» 
    • октябрь 2001 — «С Днём Рождения, Филипп!» 
    • апрель 2001 — «Филипп Киркоров в Кремле» 
    • 1998 — «Лучшее, любимое, только для Вас!» 
    • 1996 — «Я не Рафаэль» 
    • 1996 — «Атлантида» 
    • 1991 — «Небо и земля»

Видеофильмдар

    • апрель 2001 — «Как покорить Любимую» 
    • 2000 — «Я буду жить, как хочу!» 
    • 1998 — «Один год из жизни: Любовь и сцена» 
    • 1996 — «Немного о любви»

Клиптар һәм сығыштар компиляциялары

    • 2008 — «Grand-коллекция» 
    • 2006 — «Караоке по-киркоровски» 
    • 2005 — «The Best Video» 
    • апрель 2001 — «Филипп Киркоров: The Best Video» 
    • 2000 — «Филипп Киркоров: Видеоклипы» 
    • 1999 — «Видеоклипы» 
    • 1996 — «Скажи солнцу: „Да!“»
Remove ads

Фильмография

Фильмдар

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Атамаһы ...
  • Музыкаль фильмдар
Ентеклерәк мәғлүмәт Йыр, Атамаһы ...












Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads