Фонотов Михаил Саввич
яҙыусы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Фонотов Михаил Саввич (3 август 1937 йыл — Донецк өлкәһе, Красная Поляна ауылы) — Көньяҡ Уралдың күренекле журналистарының береһе, яҙыусы, төбәкте өйрәнеүсе. «Рәсәйҙең алтын пероһы» менән бүләкләнгән (2009 йыл). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), Журналистар союзы ағзаһы (1964 йылдан).
Remove ads
Биографияһы
Михаил Саввич Фонотов 1937 йылдың 3 авгусында Донецк өлкәһе, Красная Поляна ауылында тыуған[1].
1959 йылда Ростов университетының тарих-филология факультетын тамамлаған.
1960 йылда Силәбе өлкәһе Бредин районының «Путь Ильича» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй башлай, 1964 йылға мөхәррир урынбаҫары вазифаһына күтәрелә[2].
1964 йылда Фонотов Верхнеуралдың «Челябинский рабочий» гәзитенә үҙхәбәрсе итеп йүнәлтелә.
1966 йылдан 1970 йылға тиклем Силәбе ҡалаһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1971 йылдан 1979 йылға тиклем «Комсомольская правда» гәзитенең Силәбеләге үҙ хәбәрсеһе була.
1980 йылда «Челябинский рабочий», гәзитенә кире ҡайта, 2016 йылға тиклем унда ижад итә.
Михаил Фонотов Силәбе, Көньяҡ Урал кешеләре, тирә-яҡ мөхит, тарих, архитектура, тәбиғәт һәм экология тураһында яҙа, күп сәйәхәт итә. Был юлъяҙмаларын китап сығара.
Remove ads
Төп әҫәрҙәре
М. С. Фонотов — аике тиҫтәгә яҡын китап авторы:
- «Мир открыт для добра» (1989),
- «Соловьиный остров» (2001) — за это произведение Михаил Фонотов удостоен премии имени Максима Клайна (2003).
- «Голубые зеркала Каменного пояса» (2004),
- «Мы и наше здоровье» (2006),
- «В поисках Рифея: книга для чтения» (2008) — неизвестные факты об основании Челябинска
- «Геометрия растений. Как природа изобретала зелёный мир» (2008),
- «У горы Извоз. Верхнеуральск: всё, что знаю» (2008),
- «Варненские родники» (2008),
- «Родная старина: Очерки истории Южного Урала» (2011),
- «Река Миасс и другие» (2012)
- Времена Антона (2013) — документально-биографическая повесть-размышление о воспитательно-педагогическом вкладе А. С. Макаренко. За это произведение писатель удостоен «медали Макаренко».
- «Парень из Верхней Санарки. Пётр Иванович Сумин — народный губернатор» (2016)
Remove ads
Башҡорт топонимикаһы буйынса мәҡәләләре
М. С. Фонотов Көньяҡ Урал топонимикаһын өйрәнә, уларҙың башҡорт теленән ингәндәрен теркәп бара. Мәҫәлән, ул Һилейә Башҡортостан яғынан килеп сығып Әйгә ҡойған Һилеяҙ тигән йылға атамаһынан алынған булыуы ихтимал тип фараз итә, топонимдың башҡорт телендәге «һил» һәм «уяҙ» тигән һүҙҙәрҙән тороуына төплө дәлилдәр килтерә[3] Көньяҡ Урал төбәге, шул иҫәптән башҡорт атамалы географик объекттар тураһында бик күп мәҡәләләре интернетта баҫылған[4]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
- Дуҫлыҡ ордены (1998).
- « Хеҙмәт ветераны» билдәһе (1986)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989)
- «А. С. Макаренко» миҙалы (2013)
Журналистика буйынса бик күп маҡтаулы исемдәр бирелгән</ref>[5]
Һылтанмалар
- Фонотов М. С. (о нём) на портале Энциклопедия-Челябинск.
- Фонотов М. С. (о нём) на портале «Писатели Земли Уральской»
- Фонотов М. С. (о нём) из книги «Краткая история челябинской детской литературы». Челябинск : Изд-во Марины Волковой,
2013.
- Владимир Спешков. Гений места 2018 йыл 26 май архивланған. (к 80-летию М. С. Фонотова) на портале Медиазавод, август 2017 г.
- Произведения М. С. Фонотова (и о нём) на портале Медиазавод
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads