Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

From Wikipedia, the free encyclopedia

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө
Remove ads

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән хоҡуҡи тигеҙлеге өсөн, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән көрәштә Халыҡ-ара сәйәси саралар үткәреү маҡсаты менән билдәләнгән көн, һәр йылдың 8 март көнөнә тура килә.[2]
Халыҡ-ара кимәлдә иҫтәлекле көн булараҡ, 1977 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы резолюция ҡабул иткәс, билдәләнә башлай.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Кем хөрмәтенә аталған ...
Thumb
Бангладеш Бангладеш Милли ҡатын-ҡыҙҙар профсоюз үҙәге ойошторған "Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө" сараһы, Дакка, 2005.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 8 март менән бәйле тарихын 1980-се йылдарҙа тарихсы Рене Котэ (en) өйрәнә.[3] Эҙләнеүҙәре Канадала 1984 йылда La Journée internationale dês femmes ou les vrais dates des mystérieuses origines du 8 de mars jusqu'ici embrouillés, truquées, oubliées : la clef dês énigmes. La vérité historique. Montreal: Les éditions du remue ménage[4] китабында баҫыла.

Remove ads

Тарихы

Ҡатын-ҡыҙҙар көнө сараһын үҙҙәренең хоҡуҡи тигеҙлек өсөн көрәшенә халыҡ иғтибарын йәлеп итеү өсөн Америка ҡатын-ҡыҙҙарының тауыш биреү хоҡуғы өсөн милли ассоциацияһы (ингл. NAWSA) ( Америка Ҡушма Штаттары АҠШ) ҡуллана башлай.

Шундай сараларҙың беренсеһе 1908 йылдың 3 майында Чикагола, һуңғараҡ - 1909 йылдың 28 февралендә Нью-Йоркта; һәм 1910 йылдың 27 февралендә Нью-Йоркта[5][3] үткәрелә, артабан да Милли ҡатын-ҡыҙҙар көнөн февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләүҙе дауам итәләр[6].

Thumb
1913 суфражисткалар рәсми процессияһы (en) иғланы, Вашингтон, 3 март 1913 йыл,
28-се АҠШ президенты Вудро Вильсон инаугурацияһы алдынан.

АҠШ-та

Ҡушма Штаттарҙа шундай милли феминистик (en) әүҙемлек 1848 йылдың 19-20 июль көндәрендә Нью-Йорктың Сенека Фоллс(en) ауылында үткәрелгән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары конвенцияһында (en) ҡабул ителгән Тойғолар декларацияһынан һуң (en) тоҡанып китә тип әйтеп була.[7][8]

Социалистарҙың Халыҡ-ара сараһы

Thumb
Клара Цеткин (һулда) һәм Роза Люксембург. 1910 йыл.
Thumb
8/03/1914 Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө плакаты;
Тәржемәһе: “Беҙгә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һайлай алыу һәм һайлана алыу хоҡуғы бирелеүен талап итәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар көнө, 8 март 1914.
Хеҙмәткәрҙәр, әсәләр һәм ватандаштар булараҡ үҙ бурыстарын тулыһынса үтәгән, дәүләткә һәм муниципалитеттарға һалымдарҙы түләргә тейеш булған ҡатын-ҡыҙҙар бөгөнгә ҡәҙәр юҡ-барға ышаныу һәм реакционер мәнфәғәттәр арҡаһында тигеҙ ижтимағи хоҡуҡтарға өлгәшә алмай. Был тәбиғи кеше хоҡуғы өсөн көрәш һәр ҡатын-ҡыҙҙың ҡәтғи, ҡаҡшамаҫ ниәте булырға тейеш. Был мәсьәләлә артҡа сигенеү йәки йомшарыу мөмкин түгел. 1914 йылдың 8 март көнөндә сәғәт 15-тә үткәреләсәк 9-сы асыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ассамблеяһына килегеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙ балалар.” [9]

Байрамды Халыҡ-ара кимәлдә билдәләү тәҡдиме 1910 йылдың 23 август - 3 сентябрь араһында Дания Дания баш ҡалаһы Копенгагенда ойошторолған Икенсе социалистик интернационал конгресы (de) барышында 26-27 августа уҙған икенсе Халыҡ-ара социалист ҡатын-ҡыҙҙарҙың конференцияһында ҡабул ителә. Йыллыҡ сара булараҡ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнө билдәләү тәҡдимен немец социалисы Луиза Зиец (нем. Luise Zietz) яһай,уны социалист һәм һуңыраҡ коммунист Клара Цеткин (en) яҡлап сыға, тик был конференцияла махсус көн билдәләнмәй.[6][10] 17 илдән йыйылған 100 делегат был башланғысты ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тиң хоҡуҡтар яулау сараһы итеп ҡулланыу тураһында килешә.[11]

Беренсе тапкыр 1911 йылдың 19 мартында уҙған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө сараларында Австро-Венгрия империяһында, Германияла, Дания Дания һәм Швейцария Швейцарияла бер миллиондан артыҡ кеше ҡатнаша. Австро-Венгрия империяһындә 300 демонстрация уҙа, Венала ҡатын-ҡыҙҙар демонстрацияға Париж коммунаһы (en) ҡорбандарын иҫкә алыусы плакаттар менән сыға.[6] Ҡатын-ҡыҙҙар һайлау һәм дәүләт вазифаларына һайланыу хоҡуҡтарын талап иттеләр, шулай уҡ эш урынындағы дискриминацияға ҡаршы сығыш яһаны.[2]

Рәсәй империяһындәа Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө беренсе тапҡыр 1913 йылғы февраль айының һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә (ғәмәлдәге григориан миләди календарь буйынса - марттың икенсе аҙнаһы). Ҡатын-ҡыҙҙар ойошторған протестар 1914 йылға ҡәҙәр барһа ла, 8 мартҡа береһе лә тура килмәй.[3]

1914 йылғы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө йәкшәмбегә тура килгән 8 март көнөндә билдәләнә.[3][4]

1917 йылғы Рәсәйҙәге Февраль революцияһы роле

1917 йыл- февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә Санкт-Петербургта ойошторолған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған демонстрациялар илдә Февраль революцияһы башланыуға килтерә [2] Шул көндө Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙары “Икмәк һәм тыныслыҡ" шиғары менән - Беренсе бөтә дөнья һуғышын һәм Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек дефицитын бөтөрөүҙе талап итеп урамға сыға[3]

Октябрь революцияһынан һуң Александра Коллонтай Владимир Ленинды сараны рәсми байрам булараҡ иғлан итергә күндерә, ләкин 1965 йылға ҡәҙәр ул эш көнө булып кала.

1917 йылғы революциянан һуң, Совет республикаһында рәсми сара булараҡ ҡабул ителгәс, байрам күбеһенсә коммунистик һәм социалистик илдәрҙә үткәрелеп килә. Ҡытайҙа уны 1922 йылда, испан коммунистары 1936 йылда билдәләй башлайҙар.[12]

Бөтә дөнъя сараһы булараҡ

Thumb
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө:      рәсми байрам      ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрам      рәсми булмаған байрам

Көнбайыш илдәрендә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 1977 йылда Ҡалып:UNның Генераль ассамблеяһы ағза-илдәрен 8 мартты ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм дөнъяла тыныслыҡ урынлаштырыуға (en) йүнәлтелгән Халыҡ-ара иҫтәлекле көн булараҡ иғлан итергә саҡырыуынан һуң ғына киң байрам ителә башлай.[13]

БМОның ҡатын-ҡыҙҙар статусы буйынса комиссияһы (en) әҙерләгән "ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияны бөтөрөү тураһындағы декларацияһы"н (en) Ҡалып:UNның Генераль ассамблеяһы тарафынан 1967 йылда ҡабул ителә, 1981 йылда Халыҡ-ара хоҡуҡи тәртипте билдәләүсе "Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияны бөтөрөү тураһындағы конвенцияһы"(ингл. CEDAW) көсөнә инә.

Бөгөнге көндә, Халыҡ-ара кимәлдә ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын үҫтереү менән 2010 йылда барлыҡҡа килгән айырым БМО-ның махсус агентлығы ингл. UN Women шөғөлләнә.

Remove ads

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы БМО-ның рәсми темалары

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, БМО темаһы ...
Remove ads

Шулай уҡ ҡара

  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads