Цветкова Елена Яковлевна

опера йырсыһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Цветкова Елена Яковлевна
Remove ads

Цветкова Елена Яковлевна (ҡыҙ фамилияһы — Барсова; 10 (22) февраль 1871 йыл[1] — июль 1929 йыл) — опера йырсыһы (лирик-драматик сопрано), музыка педагогы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Елена Яковлевна Цветкова 1871 йылда Өфө ҡалаһында дин әһеле ғаиләһендә тыуа. Өфө музыка түңәрәге концерттарында ҡатнаша. 1892 йылда Мәскәү консерваторияһын (Е. Лавровская класы) ҙур көмөш миҙал менән тамамлай.

1892—1893 йылдарҙа Мәскәүҙә И. Прянишников етәкселегендәге Рус опера ширҡәте составында йырлай. 1893 йылдың апрелендә Ҙур театр сәхнәһендә дебюты үтә, әммә, ҙур уңыш ҡаҙаныуына ҡарамаҫтан, труппаға ҡабул ителмәй. 1893йылда Житомирҙа һәм башҡа ҡалаларҙа сығыш яһай. 1896—1898 йылдарҙа Мәскәү С. Мамонтовтың шәхси рус операһында (Солодовников театры) сығыш яһай, 1898—1903 йылдарҙа — Мәскәү ҡалаһының Шәхси рус операһы ширҡәтендә, 1904—1911 йылдарҙа — Мәскәүҙә С. Зимин операһында.

Түбәнге Новгородта (1896, 1907), Петербургта (1899), Киевта (1902, М. Бородай антрепризында; 1911—1912), Ҡырымда гастролдәрҙә була.

Тамағы ауыртыуы сәбәпле, 1917 йылда сығыш яһай алмай.

1912 йылда С. Зимин операһының йәш йырсыларын уҡыта, 1919—1925 йылдарҙа — Н. В. Лысенко исемендәге Киев музыкаль-драматик институтында, 1920 йылда — Киев консерваторияһында. 1925 йылда Минск ҡалаһының музыка училищеһында, аҙаҡтан — Мәскәү музыка училищеларында белем бирә.

Ғаиләһе

Ире — В. А. Цветков (1866—1933), опера йырсыһы, Мәскәү һәм Киев консерваториялары профессоры[2].

Remove ads

Ижады

1891 йылда студентка булған саҡта уҡ, Ҙур театр сәхнәһендә «Фиделио» операһынан Марцелина партияһын башҡара[3]. Тигеҙ, һығылмалы, яғымлы һирәк булған нескә, йылы тембрлы тауышҡа эйә була. Уны «опера Ермолова»һы тип атайҙар. Шулай уҡ меццо-мопрано партияларын башҡара; репертуарында 63 опера партияһы була.

Дискографияһы

1910—1912 йылдарҙа «Пате» фирмаһы (Мәскәү, Петербург) Е. Цветкова башҡарған 10 әҫәрҙе (ариялар, романстар, дуэттар) грампластинкаға яҙҙыра.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads