Яңаҡһөйәклеләр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Яңаҡһөйәклеләр (лат. Gnathostomata) — умыртҡалы хайуандарҙың бер төркөмө (умыртҡалыларҙың 99 %). Балыҡтар һәм дүрт аяҡлылар өҫ класына бүленә.
Remove ads
Этимология
Яңаҡһөйәклеләр бор. юнан. γνάθος (гнатос, яңаҡ) + бор. юнан. στόμα (стома, ауыҙ) — баш һөлдәһендә ҡапма -ҡаршы ҡуйылған өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтары булғанлыҡтан шундай атама алғандар. Латинса атамаһы яңаҡ һәм ауыҙ һүҙҙәренән яһалған.
Төп билдәләре
- Яңаҡһөйәклеләрҙең баш һөлдәһе ике өлөштән: мейе ҡумтаһынан һәм бит өлөшөнән тора. Бит өлөшө өҫлө-аҫлы пар яңаҡтарҙан тора.
- Өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтары бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйылған. Яңаҡтарҙа һәр береһе үҙ ҡаҙнаһы менән тештәр урынлашҡан.
- Парлы ослоҡтары бар.
- Эске ҡолаҡта өсөнсө (горизонталь) ярым түңәрәк канал бар.
- Күҙәнәк кимәлендә айырмалары булып, нейрондарында миелен япма (ҡатлам) булыуы тора. Шулай уҡ, антигендарҙы[1] таныу өсөн V(D)J антиесемдәр сылбырын рекомбинациялаусы адаптив иммун системаһы бар.
Яңаҡһөйәклеләр һыуҙа, ҡоро ерҙә йәшәй. Уларҙың айырым бер өлөшө һауала осоуға һәм ер аҫтында көн итеүгә яраҡлашҡан. Яңаҡһөйәклеләр инфратибына
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads