Черемшанский Василий Макарович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Василий Макарович Черемшанский (18211869) — тыуған айы, көнө, тыуған урыны һәм вафат булған урыны билдәһеҙ) — яҙыусы, иҡтисадсы, географ, тыуған яҡты өйрәнеүсе.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

  • Василий Макарович Черемшанский 1821 йылда тыуған.
  • Могилев губернаһының Горыгорецкий агрономия училищеһын тамамлаған.
  • Ырымбур, аҙаҡ Өфө семинарияларында ауыл хужалығы буйынса уҡытыусы булып эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге

В. М. Черемшанский Ырымбур губернаһының бай тәбиғәте, географияһы, климат шарттары, был төбәктә йәшәүсе башҡорт, рус, сыуаш, татар, мари, мордва һәм удмурд халыҡтарының тормош-көнкүреше, хужалыҡтары һәм мәҙәниәттәре хаҡында факттарға бай материалдар туплай. 1859 йылда Өфөлә «Ырымбур губернаһы тасуирламаһы» тигән монографияһын баҫтырып сығара. Уның ҡулъяҙмаһы Дәүләт милек министрлығының бәләкәй алтын миҙалына лайыҡ була. Китапҡа этнограф Сергей Иванович Руденко ла юғары баһа бирә.

Remove ads

Хеҙмәттәре

  • Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях. Уфа, 1859
  • Сведения о соляных озерах Челябинского уезда // Сборник статистических, исторических и археологических сведений по бывшей Оренбургской и нынешней Уфимской губерниям, собранных и разработанных в течение 1866-67 гг. Уфа, 1868
  • Взгляд на судоходство и рыболовство в Оренбургской губернии // Труды Вольного Экономического Общества. 1954

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads