Чорткив
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Чорткив (укр. Чортків) — Украинаның Тернополь өлкәһендәге өлкә әһәмиәтендәге ҡала, Чорткив районының административ үҙәге.
2022 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала 29 000 кеше йәшәй.
Ҡала Серет йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡала урынында элекке замоктың емеректәре генә ҡалған. Шулай ҙа Чортковта ҡала ратушаһы (үҙидараһы), Станислава костёлы (католик сиркәүе) һәм XIX быуаттың сауҙа рәттәре, «Главной» һәм «Новой» тип аталған үҙенсәлекле синагогалар һаҡланып ҡалған.
1944 йылға тиклем ҡала Чертков исемен йөрөтә[1].
Ҡалалар аҙыҡ-түлек, тегеү сәнәғәте үҫешкән. Тимер юл транспорты предприятиелары бар.
Remove ads
Сығанаҡтар
- Сайт города Чорткив 2014 йыл 18 декабрь архивланған. (укр.)
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads