Шайбалы хоккей буйынса Швеция йыйылма командаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шайбалы хоккей буйынса Швеция йыйылма командаһы
Remove ads

Шайбалы хоккей буйынса Швеция йыйылма командаһы (швед. Sveriges herrlandslag i ishockey) — халыҡ-ара хоккей турнирҙарында Швеция исеменән сығыш яһаусы йыйылма команда. Швеция хоккей федерацияһы идара итә (1922 йылдан), быға тиклем Халыҡ-ара хоккей федерацияһында Швеция исеменән Швеция футбол ассоциацияһы сығыш яһай (1912 йылдан). Ун бер тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Олимпия чемпионы.

Ҡыҫҡа факттар Шайбалы хоккей буйынса Швеция йыйылма командаһы ...

Хоккей буйынса Швеция йыйылма командаһы донъяның иң көслө йыйылма командаларының береһе булып тора һәм Канада, Рәсәй, Финляндия, Чехия һәм АҠШ йыйылма командалары менән бер рәттән «ҙур алтау» составына инә.

Халыҡ-ара хоккей федерацияһы 2019 йылғы рейтингында дүртенсе урынды биләй[1].

Remove ads

Тарихы

Хоккей буйынса Швеция йыйылма командаһын йыш ҡына «Тре Крунур» (швед. Tre Kronor) тип атайҙар. швед теленән «Өс таж (корона)» тип тәржемә ителә. Был исем 1938 йылдың февраленән, Прагала үткән донъя чемпионатында йыйылма команда уйынсылары һары фонда өс зәңгәр таж һүрәте төшөрөлгән свитерҙарҙа боҙға сыҡҡас нығына. Был образ Швецияның милли флагы һәм гербы менән бергә популяр символы булып тора.

1920—1980-се йылдар

Thumb
Знаменитый [[Швеция хоккей командаһы тарихында иң яҡшы снайпер булған билдәле Свен Тумба-Юханссон (һулда), ул шулай уҡ футбол йыйылма командаһында ла уйнай]]
Thumb
Швеции йыйылма клмандаһы 1958 йылдың ноябрендә

Беренсе олимпия миҙалын шведтар 1928 йылда Санкт-Морицтағы Олимпиадала (көмөш) яулай, әммә Олимпиаданан айырым донъя чемпионатында скандинавтар беренсе тапҡыр пьедесталға тик 1947 йылда ғына күтәрелә (көмөш). 1953 йылда шведтар беренсе тапҡыр донъя чемпионы титулын яулай. 1957 һәм 1962 йылдарҙа «Тре-Крунур» ике тапҡыр донъя чемпионы була.

Шведтар 1969 йылдан 1977 йылға тиклем 9 тапҡыр олимпия призерҙары була, әммә 1962 йылдан 1987 йылға тиклем бер тапҡыр ҙа беренсе урынға сыҡмай. 1976 йылда шведтар канадалылар менән бергә Инсбруктағы Олимпия уйындарының хоккей турнирына бойкот яһай. Улар «һәүәҫкәр спортсылар» терминын фиктив ҡулланыуға һәм Төньяҡ Американың профессиональ хоккейсыларына сикләүҙәр индереүгә ҡаршы сығыш яһай (Швецияның күп кенә иң яҡшы хоккейсылары НХЛ һәм Бөтә донъя хоккей ассоциацияһы клубтары өсөн сығыш яһайҙар һәм Олимпиадала регламент буйынса сығыш яһарға рөхсәт итмәйҙәр)[2][3].

Шулай уҡ 1980-се йылдарҙа Олимпия уйындарында (1980, 1984 һәм 1988) рәттән өс бронза миҙал яулай, был турнирҙарҙың һәр береһендә шведтар СССР командаһынан 2:9 (1980), 1:10 (1984) һәм 1:7 (1988) командаһынан еңелә.

Remove ads

1990-се йылдар. Беренсе Олимпия алтыны

1994 йылда Лиллехаммерҙағы Швеция йыйылма командаһы тәжрибәле Хокан Лооб һәм йәштәр Патрик Джулин һәм Питер Форсберг етәкселегендәге Олимпия уйындарында үҙ тарихында беренсе тапҡыр олимпия чемпионы булыуға өлгәшә. Турнирҙың символик командаһы составына ҡапҡасы Томми Сало һәм форвард Патрик Юлин һәм Матс Неслунд индерелә. 1995 йылда шведтар Стокгольм һәм Гевл боҙҙарында донъя чемпионатын ҡабул итә. Ярымфиналда хужалар овертаймда канадалыларҙы еңеүгә өлгәшә һәм финалда финдар менән осраша. Финалда финдарға 4:1 еңелеп, икенсе урын ала.

Remove ads

Ҡаҙаныштары

Олимпиадаларҙа

  • 1924 — 4-се урын
  • 1928 — 2 Көмөш
  • 1932 — Ҡатнашмайҙар
  • 1936 — 5-се урын
  • 1948 — 4-се урын
  • 1952 — 3 Бронза
  • 1956 — 4-се урын
  • 1960 — 5-се урын
  • 1964 — 2 Көмөш
  • 1968 — 4-се урын
  • 1972 — 4-се урын
  • 1976 — Ҡатнашмайҙар (бойкот)
  • 1980 — 3 Бронза
  • 1984 — 3 Бронза
  • 1988 — 3 Бронза
  • 1992 — 5-се урын
  • 1994 — 1 Алтын
  • 1998 — 5-се урын
  • 2002 — 5-се урын
  • 2006 — 1 Алтын
  • 2010 — 5-се урын
  • 2014 — 2 Көмөш
  • 2018 — 5-се урын
  • 2022 — 4-се урын

Состав

Швеция йыйылма командаһының 2021 йылдағы хоккей буйынса донъя чемпионатына ғаризаһы[4].

Ентеклерәк мәғлүмәт Флаг Швеции Игроки Флаг Швеции, Номер ...
Remove ads

Форма

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads