Шарлауыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шарлауыҡ — текә ҡаянан, бейек һикәлтәнән киҫә ағып төшкән һыу[1]; йылға юлындағы һикәлтәнән йылға һыуының өҫтән аҫҡа төшөүе, йылға шаршыһынан (речной порог) айырмалы рәүештә бейеклек айырмаһы ҙур була[2].

Ағым һыу һикәлтәне емерә, шуға күрә көслө шарлауыҡтар йылға ағымына ҡаршы күсенә баралар. Мәҫәлән, Ниагара шарлауығы йылына 70-90 см-ға күсә бара[2].
Шарлауыҡтар суднолар йөрөшөнә ҡамасаулай. Әммә, гидроэлектростанция төҙөп, электроэнергия сығанағы булараҡ файҙаланырға була.
Remove ads
Шарлауыҡтар төрө

- Һыуы ҙур булмаған бейеклектән киң фронт менән төшкән шарлауыҡ катаракт тип атала[3].
- Каскад — эҙмә-эҙлекле килгән шарлауыҡтар.
- Гөрләүек (водоскат) — һөҙәк шарлауыҡ.
Башҡортостан шарлауыҡтары
Башҡортостанда Атыш, Күперле, Шартлама, Ғәҙелша, Күкҡарауыҡ шарлауыҡтары туристарҙың яратҡан урыны.
Һылтанмалар
- Водопад // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- World`s most beautiful waterfalls (article) (инг.)
- Пять самых высоких водопадов в мире (инг.)
- Всемирная база данных водопадов 2011 йыл 12 июль архивланған. (инг.)
- Мир водопадов
- Водопады мира
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads