Шеварднадзе Эдуард Амвросиевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шеварднадзе Эдуард Амвросиевич (груз. ედუარდ ამბროსის ძე შევარდნაძე, Эдуа́рд Амбро́сис дзе Шевардна́дзе; 25 ғинуар 1928 йыл — 7 июль 2014 йыл[1]) — СССР һәм Грузияның дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмәне. Грузия Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзы (ЛКСМ Грузии) Үҙәк Комитетының 1-се секретары (1957—1961), Грузин ССР-ы Эске эштәр министры (1965—1972), Грузия Комммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары (1972—1985), СССР-ҙың Сит ил эштәре (1985—1990) һәм Тышҡы бәйләнештәр министры (19 ноябрь — 26 декабрь 1991)[2]. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). КПСС Үҙәк Комитетының Политбюро ағзаһы (1985—1990), М. С. Горбачёвтың яҡын соратнигы, Грузия Президенты (1995—2003).
Remove ads
Биографияһы
Эдуард Амвросиевич Шеварднадзе 1928 йылдың 25 ғинуарында Грузин ССР-ының (хәҙерге Грузияның) Гурия өлкәһе Лахчут районы Мамати ауылында педагог ғаиләһендә тыуған. Уның оло ағаһы Акакий 1941 йылда Брест крепосын обороналағанда батырҙарса һәләк була, хәҙерге ваҡытта «Герой-крепость Брест» мемоиаль комплексында ерләнгән[3]. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1946 йылда ВЛКСМ-дың Тбилиси ҡалаһы Орджоникидзе район комитетында инструктор булып башлай, артабан кадрҙар һәм ойоштороу-инструктор эштәре бүлеге мөдире була[4]. 1949—1951 йылдарҙа Эдуард Амвросиевич Грузияның ВКП (б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбе тыңлаусыһы. Уны таманлағандан һуң Грузия Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзы (ЛКСМ Грузии) Үҙәк Комитеты инструкторы итеп үрләтелә. 1952 йылда Шеварднадзе комсомолдың Кутаиси өлкә комитеты секретары, шунан икенсе секретары, ә алдағы йылда — беренсе секретары итеп һайлана.
Тбилиси медицина техникумын, 1959 йылда «тарих» һөнәре буйынса — А. Цулукидзе исемендәге Кутаиси педагогия институтын тамамлай.
1956—1957 йылдарҙа — Грузия Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзы Үҙәк Комитетының (ЦК ЛКСМ Грузии) икенсе, 1957—1961 йылдарҙа — беренсе секретары. 1958 йылдың апрелендә ВЛКСМ-дың ХІІІ съезында Михаил Горбачёв менән таныша.
1961—1963 йылдарҙа — Грузия Коммунистар партияһы Мцхет район комитетының беренсе секретары, 1963—1964 йылдарҙа — партияның Тбилиси ҡалаһы Беренсе май район комитетының беренсе секретары. 1964—1965 йылдарҙа — Грузин ССР-ы Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары, 1965—1968 йылдарҙа — Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министры. 1968—1972 йылдарҙа — Грузин ССР-ы Эске эштәр министры. Махсус дәрәжәһе — Эске хеҙмәт генерал-майоры.
1972 йылда Грузин ССР-ы Коммунистар партияһының Тбилиси ҡала комитетының беренсе секретары була.

Remove ads
Иҫкәрмәләр
Китаптар
Библиография
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads