Шопенгауэр Артур

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шопенгауэр Артур
Remove ads

Артур Шопенгауэр (нем. Arthur Schopenhauer, 22 февраль 1788 йыл — 21 сентябрь 1860 йыл) — немец философы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

Иррационализмдың иң билдәле фекерләүселәренең береһе, мизантроп. Немец романтизмына тартыла, мистика менән мауыға, Иммануил Канттың төп эштәрен бик юғары баһалай, уларҙы «ике мең йыл буйы философия белгән иң мөһим күренеш», тип баһалай[8], буддизмдың (уның кабинетында канттың бюсы һәм Будданың бронза статуэткаһы тора), Упанишадтың, шулай уҡ Эпиктет, Цицерон һәм башҡаларҙың фәлсәфәүи идеяларын баһалай. Замандаштары Гегель менән Фихтены тәнҡитләй. Софизмға ҡапма-ҡаршы ғәмәлдәге донъяны Лейбництың уйҙырмаһы — «мөмкин булғандан иң алама донъя», тип атай һәм бының өсөн «пессимизим философы» ҡушаматын ала[9].

Төп фәлсәфә хеҙмәтенә — «Мир как воля и представление» (нем. Die Welt als Wille und Vorstellung, 1818) вафат булғанға тиклем комментарийҙар бирә һәм популярлаштырыу менән шөғөлләнә.

Шопенгауэрдың ихтыярға яһаған метафизик анализы, уның кешенең дәртенә (нәҡ ул беренсе тапҡыр был терминды ҡуллана) һәм теләгенә ҡарашы, яҙмаһының афористик стилдә булыуы бик күп билдәле аҡыл эйәләренә, шул иҫәптән Фридрих Ницше[10], Рихард Вагнер, Людвиг Витгенштейн, Эрвин Шредингер, Альберт Эйнштейн[11], Зигмунд Фрейд, Отто Ранка , Карл Юнг, Лев Толстой һәм Хорхе ЛуисБорхесоғо йоғонто яһай

Remove ads

Биографияһы

Философтың атаһы, Генрих Флорис Шопенгауэр, белемле, Европа мәҙәниәтен баһалаусы кеше була. Сауҙа эше буйынса Англия һәм францияға йыш йөрөй. Ул яратҡан яҙыусыһы — Вольтер. Артурҙың әсәһе, Иоганна, иренән 20 йәшкә йәшерәк була. Яҙыусы һәм әҙәби салон хужабикәһе.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads