Шумейко Григорий Григорьевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шумейко Григорий Григорьевич
Remove ads

Шумейко Григорий Григорьевич (12 декабрь 1923 йыл — 1 май 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Thumb
Григорий Шумейконың Киевтың Лукьянов зыяратындағы ҡәбере
Remove ads

Биографияһы

Григорий Григорьевич Шумейко 1923 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Стәрлетамаҡ ҡалаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Краснодар крайының Гулькевич районы Кубань ауылында урта мәктәптең һигеҙ класын тамамлай.

1941 йылдың октябрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһысафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың ноябренән. Тәүҙә автомобиле водителе булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылда Сталинград хәрби танк училищеһын тамамлай.

1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

1-се Белорус фронты 2-се гвардия танк армияһы 9-сы гвардия танк корпусының 50-се гвардия танк бригадаһының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Польшаны азат итеүҙә айырылып тора. 1945 йылдың 18 ғинуарында Плоцк ҡалаһы районында Г. Г. Шумейко етәкселегендә 5 танкынан торған төркөм дошман тылына разведкаға һәм Висла йылғаһы аша кисеүҙе алырға ебәрелә. Ут эсенә эләгеп, танкистар ҡулса оборонаһы тота һәм ике көн буйы һуғыша, дошмандың танкыға ҡаршы өс батареяһын юҡ итә, һуңынан ҡырылған машиналарын ҡалдырып, ҡамауҙан сыға. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге указына ярашлы, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менәналышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Григорий Григорьевич Шумейкоға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

Һуғыштан һуң Г. Г. Шумейко Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1945 йылда Ленинград юғары офицерҙар бронетанк мәктәбен тамамлай, 1966 йылда — М. В. Фрунзе.исемендәге Хәрби академияны. Полковник Г. Г. Шумейко Киев юғары танк инженер училищеһының факультет һәм кафедра етәксеһе була. Украинала, Киев ҡалаһында йәшәй.

Григорий Григорьевич Шумейко вафат 1977 йылдың 1 майында вафат була. Киевтың Лукьянов хәрби зыяратында ерләнгән.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Краснодар крайының Кубань ауылында 22-се мәктәпкә Герой исеме бирелгән, мәктәп алдына уның бюсы ҡуйылған[6].
  • Краснодар крайы Гулькевичи ҡалаһының Хәтер аллеяһында бюсы ҡуйылған[7].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads