Этҡол (Ейәнсура районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Этҡол (рус. Иткулово; икенсе атамаһы Юлдаш) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804004.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарихы

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Ҡунаҡтың улдары Тирәкле, Сирғол ауылдарында йәшәй. Абаҙа улдары Ҡаҙанболаҡ, Аҡбулат, Ергәйеш, һунарсы, Сәнкем ауылдарында төпләнгән. Сураштың нәҫеле Абзан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].

Икенсе тарих буйынса, Әселе йылғаһы буйында Үҫәргән ырыуы башҡорттары йәшәгән. Улар араһында уҡымышлы ғына бер ҡарт булған. Уны ҡаҙаҡтар әсирлеккә алғандар, ҡасмаһын өсөн, уның аяҡ-ҡулдарын телгеләп, ҡыл ҡуйып тотҡандар. Һигеҙ йыл тотҡонлоҡта йәшәгәс, ул нисектер, уларҙың ышанысына инә. Ләкин үҙенең Эйек буйҙарын һағынып йәшәй. Ул ат көткән була. Берҙән-бер көндө яҡшы бер атты эйәрләп ҡаса. Күп тә үтмәй, уны ҡаҙаҡтар белеп ҡалып, ҡыуа төшәләр. Сабып килгәндә бер һаҙматта аттан һикереп ҡала һәм йәйәү Әселе йылғаһы буйына килеп сыға. Шунда бер кешене осрата. Һөйләшеп китәләр һәм ҡарт уға ҡоллоҡта, тотҡонда булғанлығын һөйләп бирә. Ә теге кеше, эт ҡоллоғонда йәшәгәнһең икән, тигән. Минең дә йәшәр урыным юҡ, әйҙә, бергәләп йәшәйек, юлдаш булайыҡ, тигән. Шунан киткән Юлдаш (Этҡол) тигән ауыл исеме. Һуғышҡа тиклем Юлдаш ауылында 89 йорт була[2].

Ҡыуатов Нурвиль Шәриф улының (1945 й.) һөйләгәндәренән: “Юлдаш (Этҡол) ауылына Этҡол тигән кеше нигеҙ һалған. 1755 йылғы ихтилалға тиклем һалынған ауыл ул. Этҡол ҡарттың уландары Ураҙгилде Буранбаевтар тоҡомдары. Тәүҙә ауыл һыу аръяғында, баҫҡынсыларҙан, ҡаҙаҡтарҙан һаҡланыуға ныҡ уңай урында була"[2].

Ауыл 1765 йылдан алып билдәле. 1795 йылда 42 йортта 227 кеше йәшәгән, 1866 йылда 58 йортта — 353 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ тирмән теркәлгән[3].

Remove ads

Хәҙерге осор

Этҡол ауылы Абҙан ауыл Советына ҡарай. Ауылда башланғыс мәктәп (Абҙан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[3].

Географик урыны

Этҡол ауылы Әселе йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 55 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Абҙан): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 45 км

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 529 кеше, 1920 йылда 604 кеше тәшкил иткән[3]. 2009 йылда 431 кеше йәшәгән[6].

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, милләттең күпселеге — башҡорттар (99 %)[12].

Remove ads

Ревизия материалдарында

1816 йылда[13] Этҡол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Урамдары

  • Ҡамышлы урамы (рус. улица Камышла)
  • Мәсетле урамы (рус. улица Масетле)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Өстау урамы (рус. улица Остау)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[14].

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тау-таштар

  • Сибай тауы
  • Зөһрә тауы
  • Мәмекәй тауы
  • Мәҙинә тауы
  • Оҫҡонло башы
  • Кәшәнә ташы

Йылғалар Балаҡай йылғаһы[15]

Видеояҙмаларҙа

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads