Юнай

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Юнай (рус. Юнаево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Юнай ауылы Үтәғол ауыл Советына ҡарай[2]. Почта индексы — 453394, ОКАТО коды — 80226840005.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарихы

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Хәсән улы Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Шишәй менән Бишәй хәҙерге Хәйбулла районы ауылдарын нигеҙләй. Аҫҡаҡтың улдары Бикбау, Үтәғол, Ҡыуат, Буранғол (Ырымбур өлкәһендә) ауылдарына нигеҙ һала. Ҡунаҡтың улдары Тирәкле, Сиреғол ауылдарында йәшәй. Абаҙа улдары Ҡаҙанболаҡ, Аҡбулат, Ергәйеш, Һунарсы, Сәңкем ауылдарында төпләнгән. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған. Ҡыҙрас улдары Аҫҡар, Таҙлар, Аҡҡондоҙ, Үрген, Ҡужанаҡ, Кинйәбулат ауылдарына төйәкләнгән[3] Ауыл 1765 йылдан алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улы Шоңҡар Юнаев билдәле. 1795 йылда 5 йортта 36 кеше йәшәгән, 1866 йылда 46 йортта — 286 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет, һыу тирмәне теркәлгән[4][5].

Юнай ауылында фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[6].

Remove ads

Халыҡ һаны

1900 йылда — 260 кеше, 1920 йылда 416 кеше иҫәпләнгән.[6]. 2009 йылда 232 кеше тәшкил иткән[3]

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[12].

Remove ads

Ревизия материалдарында

1816 йылда[13] Юнай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны

Юнай ауылы Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан[6].

Урамдары

  • Ҡаҫмарт урамы (рус. улица Касмарка)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[15]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Һылтанмалар

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads