Юлдыбай (Ейәнсура районы)

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты From Wikipedia, the free encyclopedia

Юлдыбай (Ейәнсура районы)map
Remove ads

Юлдыбай (рус. Юлдыбаево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Абҙан ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804008.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 60 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙан): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 32 км

Юлдыбай ауылы Һаҡмар йылғаһы бассейнына ҡараған Әселе йылғаһы буйында урынлашҡан[2].

Тарихы

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[3].

Юлдыбай ауылы 1761 йылдан алып билдәле. Улус старшинаһы Юлдыбай Булатов исеме менән аталған. Икенсе исеме «Сураш» этнонимы менән бәйле (ҡара: Үҫәргән). 1795 йылда 22 йортта 183 кеше йәшәгән, 1866 йылда Юлдыбайҙа (Сурашта) 58 йортта 320 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ 4 һыу тирмәне теркәлгән[2].

Әлеге ваҡытта Юлдыбай ауылында фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Remove ads

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 496 кеше, 1920 йылда 443 кеше иҫәпләнгән. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[9].

Ревизия материалдарында

1816 йылда[10] Юлдыбай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Урамдары

  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная улица)
  • Сәрмән урамы (рус.  улица Сарман)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная улица)
  • Кооператив урамы (рус.  Кооперативная улица)[11]

Видеофильмдарҙа

Һылтанмалар

  • ревизия материалдары 2022 йыл 21 ғинуар архивланған.
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads