Ҡанаҡай (Ишембай районы)

Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ҡанаҡай (рус. Канакаево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 776 кеше[1]. Ишәй ауыл советы составына инё. Почта индексы — 453235, ОКАТО коды — 80231835008.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Атамаһы

Ауылдың атамаһы улус старшинаһы Ҡанаҡай Кинйәғолов исеме буйынса. 1811 йылда тәүге күскенсенең улы Алсынбай Ҡанаҡаев йәшәгән була әле.

Тарихы

Ҡанаҡай 1757 йылдан билдәле, шулай уҡ Шипай исеме аҫтында теркәлгән. Нуғай юлының Тәлтим-Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ҡанаҡай, Әхмәр ауылы кеүек, Илсектимер түбәһе составына ингән. Һуңыраҡ Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе составына инә. 1795 йылда 14 йортта 65 кеше, 1865 йылда 60 йортта 373 кеше йәшәгән. XIX быуатта 27 ихатала 309 кеше йәшәй. Тәүге күскенселәр малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, тәгәрмәстәр, туғын, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған.

XIX быуаттың икенсе яртыһында Ҡанаҡайға, фараз ителеүенсә, XIX быуат башында нигеҙ һалынған Йәлембәт ауылы ҡушыла. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 2008 йылға тиклем ауыл бөтөрөлгән Әхмәр ауыл Советы составына инә[2].

Remove ads

Хәҙерге осор

Ҡанаҡай Ишәй ауыл Советына ҡарай ҡарай. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август778
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар768
1959 йыл 15 ғинуар988
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар761
2002 йыл 9 октябрь774
2010 йыл 14 октябрь77636541147,053,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Халҡы ауыл барлыҡҡа килгәндән алып күпселек башҡорттар, юрматы ырыуы[4].

Remove ads

Урамдары

Урам исеме[5]:

  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Ферма урамы (рус. улица Фермы)
  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Хәсәнов урамы (рус. улица Хасанова)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Яҡуп Ҡолмой урамы (рус. улица Якуба Кулмуя)
  • Янбаева урамы (рус. улица Янбаевой)

Географик урыны

Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[6]

Тарихи урындары

Ҡанаҡай II торағы- тимер дәүере ҡомартҡыһы. Башҡортостандың Ишембай районындағы Ҡанаҡай ауылынан 1,5 км төньяҡтараҡ, Һәләүек йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан боронғо тораҡ. 1950 йылдар башында Көньяҡ Урал археология экспедицияһы ғалимдары тарафынан асылған.

Билдәле шәхестәр


Remove ads

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads