Ҡарасай-Черкес Республикаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡарасай-Черкес Республикаһы
Remove ads

Ҡарасай-Черкес Республикаһы (ҡарас.-балҡ. Къарачай-Черкес Республика, ҡаб.-черк. Къэрэшей-Шэрджэс Республикэ, абаз. Къарча-Черкес Республика, нуғ. Карашай-Шеркеш Республикасы) — республика, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Төньяҡ Кавказ федераль округы составына инә[4].

Ҡыҫҡа факттар
(аудио)
(аудио)
Ҡарасай-Черкес Республикаһы гимны
noicon
Помощь по воспроизведению

Баш ҡалаһы — Черкесск.

Remove ads

География

Ҡарасай-Черкес Республикаһы төньяҡта — Ставрополь крайы, көнсығышта — Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы, көньяҡта — Абхазия һәм Грузия, көнбайышта — Краснодар крайы менән сиктәш. Майҙаны — 7987 км².

Тарих

РСФСР составындағы автономиялы өлкә булараҡ 1922 йылдың 12 ғинуарында ойошторола. 1992 йылда республика тип үҙгәртелә.

Халҡы


100 000
200 000
300 000
400 000
500 000
1959
1991
1996
2001
2006
2011
2016

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика халҡы 467 797 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 32,77 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 42,8 % (2015).

Республикала башлыса Ҡарасайҙәр (38,5 %), урыҫтар (33,6 %), черкестар (11,3 %), абазиндар (7,4 %) һәм нуғайҙар (3,3 %) йәшәй. 2002 йылда — 134, 2010 йылда — 110 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[5][6].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads