Ҡарлыман (станция)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

ҠарлыманБашҡортостан Республикаһының Куйбышев тимер юлының Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылындағы тимер юл станцияһы. Станция ӨфөДим — Ҡарлыман — Стәрлетамаҡ — Мораптал — Ырымбур һәм ӨфөДим — Ҡарлыман — ИнйәрБелоретМагнитогорск линияларында үҙәк станция булып тора. Димдән Ҡарлыманға тиклем участка ике юллы һәм даими 3 кВ ток менән электрлаштырылған. Инйәргә участка бер юллыҡ участка һәм даими 3 кВ ток менән электрлаштырылған, Стәрлетамаҡҡа участка бер юллыҡ һәм электрлаштырылмаған. Станция үҙ исемен яҡында урынлашҡан Ҡарлыман йылғаһы исеменән алған.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Урынлашыуы һәм инфраструктураһы

Тимер юл станцияһы Ҡырмыҫҡалы районынының Ҡарлыман ауыл Советы Олокул ауылында урынлашҡан. Ике яҡтан станцияға автомобиль юлының инеү урыны бар: төньяҡ яҡтан бер — Фрунзе урамы буйлап, көньяҡ яҡтан — Октябрҙең 60 йыллығы урамы буйлап. Юлдар аша ер өҫтө йәйәүлеләр юлы бар[2].

Станция үҙәк булып тора, 5 юлы бар. Шулай уҡ ике тәпәш пассажирҙар платформаһы бар. Вокзал бинаһына йәнәшә платформала аҙыҡ-түлек магазины бар. Станцияның вокзалы бинаһы бер ҡатлы, эсендә ҙур булмаған зал, шулай уҡ билет кассаһы бар[3]. Станцияла башҡарылыусы коммерция операциялары: станцияның асыҡ майҙансыҡтарында һаҡлауға рөхсәт ителә торған йөктәрҙе оҙатыу һәм ҡабул итеү; тик инеү урындарында һәм дөйөм ҡулланылышта булмаған урындарҙа вагондарға тейәлә торған ваҡ йөктәрҙе ебәреү һәм вагонлы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү, бөтә пассажир поездарына ла билеттар һатыу. Багаждарҙы ҡабул итеү һәм биреү башҡарылмай[4]

Remove ads

Алыҫ араға йөрөүсе поездар

2020 йылдың мартына ҡарата Ҡарлыман станцияһы аша [5] алыҫ араға йөрөүсе ФПК № 675/676 ӨфөСибай поезы (көн аша, шулай уҡ көн аша ВБС Мәскәү-Ҡазан — Магнитогорск) һәм Үзбәк тимер юлдарының № 381/382 ӨфөТашкент (шәмбе һайын) һәм № 371/372 Өфө һәм Андижан (миҙгелле, шишәмбе) поезы йөрөй.

Ҡарлыман станцияһы аша үткән № 345/346 Адлер-Нижневартовск-Адлер поездары станцияла туҡтамай.

Өфөнән алып кирегә алыҫ араға йөрөүсе поездарҙың хәрәкәт итеү ваҡыты 1 сәғәт 5 минут тәшкил итә.

Өфө-Ташкент һәм Өфө-Анджижан йүнәлешендәге поездар хәрәкәте коронавирус таралыу ҡурҡынысы менән Үзбәк тимер юлдары ҡарары менән ваҡытлыса ғәмәлдән сығарыла[6]

Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте

Ентеклерәк мәғлүмәт № поезд, Хәрәкәт маршруты ...

Поездарҙың миҙгелле хәрәкәте

Ентеклерәк мәғлүмәт № поезд, Хәрәкәт маршруты ...

Элек Ҡарлыман станцияһы буйлап алыҫ араға йөрөүсе поездарҙың күләме күберәк була. Станция аша түбәндәге поездар йөрөгән:

Ентеклерәк мәғлүмәт Поезд, Хәрәкәте ...
Remove ads

Ҡала яны хәрәкәте

Ҡарлыман станцияһы ҡала яны поездарының бер өлөшө өсөн һуңғы булып тора. 2020 йылдың мартына ҡарата ҡала яны хәрәкәте ЭД4М электропоездары, хәрәкәт шулай уҡ РА1 һәм РА2 рельс автобустары тарафынан түбәндәге йүнәлештәр буйынса башҡарыла:

  • ӨфөИнйәр (көн һайын, 2 пар электропоезд, юл ваҡыты Өфөнән /Өфөгә тиклем — 1 сәғәт 17 минуттан алып 1 сәғәт 33 минутҡа тиклем, Инйәрҙән/Инйәргә тиклем — 2 сәғәт 15 минуттан алып 2 сәғәт 34 минутҡа тиклем)
  • Стәрлетамаҡ — Ҡарлыман (көн һайын, 1 поезд Стәрлетамаҡ-Ҡарлыман һәм 2 поезд Ҡарлыман-Стәрлетамаҡ, юл ваҡыты 2 сәғәт 15 минут)
  • СтәрлетамаҡӨфө (көн һайын, 1 пар поезд, юл ваҡыты Өфөнән/ Өфөгә тиклем 1 сәғәт 17 минуттан 1 сәғәт 33 минутҡа тиклем, Стәрлетамаҡтан/Стәрлетамаҡҡа тиклем — яҡынса 2 сәғәт 15 минут)
  • Приуралье — Өфө (көн һайын, 1 иртәнге электропоезд, кирегә Өфө —Приуралье поезы юҡ)

Стәрлетамаҡ станцияһы буйлап ҡала яны поездарының ағымдағы расписаниеһын бында ҡарарға мөмкин:

Элек Ҡарламан станцияһы буйлап ҡала яны поездарының хәрәкәт күләме күберәк була. Түбәндәге составтар йөрөгән:

Ентеклерәк мәғлүмәт Поезд, Хәрәкәте ...

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads