Дим (станция)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Дим — Өфө ҡалаһының Дим районындағы, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәгендә Көнбайыш йүнәлешендәге тимер юл станцияһы. Исемен Дим йылғаһына яҡын ятыуы менән бәйле алған.

Ҡыҫҡа факттар Автомагистраль системалары, Нигеҙләү датаһы ...

Станция Өфө тимер юл узелының үҙәк һәм сорттарға айырыу тимер юл станцияһы булып тора. Ошонан Силәбе, Магнитогорск, Ырымбур, Һамар, Ульяновск йүнәлештәрендә юлдар китә.

Станцияла ҙур Дим локомотив депоһы урынлашҡан, ул бөтә Куйбышев тимер юлының локомотив сүп-сарын йыйыу һәм утилләштереү урыны булып тора.

Remove ads

Өфө ҡала электричкаһы

Бында Дим — Шаҡша ҡала электропоезының маршруты башлана[1]. Электропоезд көнөнә өс тапҡыр йөрөй: иртән Шаҡшаға бер поезд һәм кисен Шаҡшаға ике поезд.

26 февралдә станцияла реконструкцияланған пассажирҙар платформаһын асыу тантанаһы үтә, пассажирҙар платформаһы ҡала яны поездарын ҡабул итә. Яңы бейек 248 метрлыҡ платформа көтөү залы, япма, мәғлүмәт таблоһы һәм эскәмйәләр менән йыһазландырылған. Касса павильонында билет һатып алыу өсөн терминалдар һәм биш турникет ҡуйылған.

Өфөнән Раевкаға юлланыусы электропоездар маршрутында был берҙән-бер турникеттары булған һәм беренсе бейек пассажирҙар платформаһы булған станция.

Remove ads

Станциянан алыҫ араға йөрөүсе маршруттар

2017 йылдың декабренә ҡарата станция аша алыҫ араға түбәндәге поездар йөрөй:

Ентеклерәк мәғлүмәт № поезд, Хәрәкәт маршрутын ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads