Ҡоралай

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡоралай
Remove ads

Ҡоралай, илек (лат. Capreolus, рус.  Косу́ли ) — боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон муйынлы, нәҙек аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло ҡырағай хайуан[1]; Евразия территорияһында таралған.

Ентеклерәк мәғлүмәт ?Ҡоралайҙар, Фәнни классификация ...

Һирәкләнгән, ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа тереклек итә. Йәй көнө яңғыҙ йәшәй. Ҡышын 10-15 баштан өйөр ойошторалар. Ата кәзә генә мөгөҙлө. Уны йыл һайын ноябрь, декабрь айында алмаштыра, ә апрель айында яңыһы үҫеп сыға.

Башҡортостанда ҡоралайҙың таралыуы урмандарға бәйле. Ҡоралай күберәк урманлы далала, сенскеле үлән араһында йәшәй, үҫемлектәр менән туҡлана. Баҫтырылыуы — июль, август айҙары. Йөклөлөгө— 40 аҙна. Ғәҙәттә, инә ҡоралайҙың 1-2, һирәгерәк 3 бәрәсе була.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡ

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads