Үрге Өпәйле

From Wikipedia, the free encyclopedia

Үрге Өпәйлеmap
Remove ads

Үрге Өпәйле (Үрге Өпәйле, Үрге Өфәле; рус. Верхний Уфалей) — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендәге ҡала. Үрге Өпәйле ҡала округының административ үҙәге. Халыҡ һаны — 28 267[1] кеше (2016).

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 29 июлендәге «Моноҡалалар исемлеген раҫлау тураһында» 1398-р һанлы ҡарарына ярашлы, Үрге Өпәйле ҡала округы «Рәсәй Федерацияһының ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәлдәге монопрофилле муниципаль берәмектәре (моноҡалалар)» категорияһына индерелде[2].

Remove ads

Географияһы

Thumb
Өпәйле йылғаһында Үрге Өпәйле быуаһы

Ҡала Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының ҡушылдығы Өпәйле (рус. Уфалей) буйында, Силәбенән 178 км алыҫлыҡта, Силәбе өлкәһенең төньяғында (Свердловск өлкәһе менән сигендә), Урта Уралдың көньяҡ битләүендә (Өпәйле һыртында) урынлашҡан. Ҡала территорияһы рельефының күп өлөшөн Урал тауҙары биләй. Ҡаланан йыраҡ булмаған урында Аракүл һәм Иткүл күлдәре урынлашҡан.

Тарихы

1761 йылда заводтар хужаһы Иван Мосолов тарафынан Өпәйле йылғаһы буйындағы Ҡатай һәм Шуран улустары башҡорттарының ерҙәрендә суйын иретеүсе һәм тимер етештереүсе завод янындағы ҡасаба булараҡ нигеҙләнгән.

Thumb
Элекке завод хәстәханаһы бинаһында урынлашҡан Үҙәк ҡала дауаханаһы
Thumb
Үрге Өпәле йәмиғ мәсете

1774 йылда завод эшселәре Емельян Пугачёв етәкселегендәге ихтилалда ҡатнаша, алыштар барышында Өпәйле заводтары баҫып алына һәм яндырыла.

Өпәйле заводы тергеҙелә һәм 1776 йылда тәүге продукцияһын етештереп сығара.

1791 йылдан Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе составында була. 1923 йылдың ноябренән Үрге Өпәле ҡасабаһы Урал өлкәһе Свердловск округы Өпәйле районының үҙәге була.

1928 йылдың 27 авгусында эшселәр ҡасабаһы, ә 1941 йылдың 26 апрелендә ҡала статусын ала.

1933 йылдың авгусында СССР-ҙағы тәүге никель сәнәғәте заводы — «Уфалейникель» үҙенең беренсе продукцияһын етештерә.

1944 йылдың 9 февралендә Үрге Өпәйле өлкә ҡарамағындағы ҡала статусын ала.

Remove ads

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[16] ҡалаһы араһында [17] 375-се урында була.

Милли составы
Ентеклерәк мәғлүмәт Милләт, 2002 йыл ...

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads