Әрмет-Рәхим

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Әрмет-Рәхим (рус. Арметрахимово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 315 кеше[2]. Петровск ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453230, ОКАТО коды — 80231855002.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарихы

Нуғай даруғаһының Юрматы улусы башҡорттары тарафынан Әрмет исеме аҫтында нигеҙ һалынған, 1737 йылдан билдәле. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1676 йылда нигеҙ һалынған.

Ауылдың хәҙерге исеме XVIII быуатта йәшәгән старшина Рәхим Ибраев исеме менән бәйле.

V ревизия ике ауыл халҡын иҫәпкә алған: Түбәнге Әрмет һәм Әрмет-Рәхим. 1834 йылда 230 кеше, 1859 йылда — 147 башҡорт була. 1920 йылда 237 ихатала 1265 кеше йәшәгән. 1939 йылда халыҡ һаны 1083 кеше тәшкил итә, 1959 йылда — 799 кеше.

Ауыл халҡы башлыса малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ һәм һөнәрселек менән шөғөлләнгән.

1737 йылда башҡорт ихтилалдарын баҫтырғанда балаларҙың фажиғәле яҙмышын һүрәтләгән, 1737 йылда баҫылып сыҡҡан документ Әрмет ауылының йәше тураһында ситләтелгән дәлил булып хеҙмәт итә ала. 1737 йылда Өфө ландмилицияһының отставкалағы вахмистры (Фельдфебель) Ҡаҙан сауҙагәренә Әрмет ауылынан башҡорт малайы Мәҡсүт Асеевты 1 һум 50 тингә һата. Ул «түҙеп торғоһоҙ аслыҡтан православие христиан диненә суҡындырыла, ә суҡындырылғандан һуң Мәҡсүткә Михаил Сергеев исеме бирелә, уға 7 йәш була»[3].

Remove ads

Хәҙерге осор

Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август1265
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1083
1959 йыл 15 ғинуар799
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар413
2002 йыл 9 октябрь328
2010 йыл 14 октябрь31515016547,652,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек башҡорттар йәшәй (95 %)[5].

Remove ads

Географик урыны

Алыҫлығы:[6]

Урамдары

Урам исеме[7]:

  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Яр урамы (рус. улица Береговая)
  • Партизан тыҡрығы (рус. переулок Партизанский)
  • Тау аҫты урамы (рус. улица Подгорная)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)

Билдәле шәхестәр

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт =

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads