Әр-Рияд
Сәғүд Ғәрәбстаны баш ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Әр-Рия́д (ғәр. الرياض [arrːiˈjɑːdˤ] — «баҡсалар») — Сәғүд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы, Әр-Рияд административ округы үҙәге. Халҡы — 6 506 700 кеше (2016 йылға)[5].
Remove ads
Тарихы
Яҡынса дүрт мең йылдар әүәл хәҙерге Әр-Рияд тирәһенә күсмән ғәрәп ҡәбиләләре килеп сыҡҡан.
VI—VII быуаттарҙа Әр-Рияд бер ҡәҙимге генә, күҙгә ташланмаған ҡасаба булған. XVIII быуаттан, тарихы ғәрәп баҙары киңәйә, яңы мәсеттәр һалына башлағас ҡына Әр-Рияд йәнләнеп киткән.
1902 йылда әмир Абдул-Әзиз ибн Сәғүд ғәскәре менән килеп Әр-Риядты баҫып алған. 1927 йылда сәғүд әмирҙәре Нәдж йәки Хиджаз тигән дәүләт төҙөп, баш ҡалаһын Әр-Рияд итеүгә өлгәшкән. 1932 йылда яйлап берләшә барып, ғәрәптәр Сәғүд Ғәрәбстаны тигән дәүләт булдырып, унда бөгөнгө көнгә тиклем әмир Сәғүд тоҡомдары идара итә. 1960 йылда Әр-Риядта 160 000 кеше йәшәгән. 1960-сы йылдарҙан Әр-Рияд, бар Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек үк, нефть сығарыуҙан килгән табышҡа йәшәй.
Әр-Риядта король резиденцияһы, шулай уҡ барлыҡ үҙәк дәүләт учреждениелары урынлашҡан, улар 1955 йылда барлыҡҡа килгән булған. Ҡалала сәнәғәт юҡ тиерлек, уның ҡарауы, һанһыҙ магазиндар, ресторандар, ҡәһүәханалар, музейҙар һәм уҡыу йорттары тупланған. Ҡала халҡының яҡынса 40 % — 30 йәшкә тиклемгеләр. Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙан илдәге кеүек үк 10 %-ҡа артығыраҡ. Ир-егеттәргә белемде баш ҡалала ла — уларға Дәүләт университетынан, Юғары техник институттан, Хәрби академиянан урындар бирелә — сит илдә лә ала алалар.
Ҡалала Исламдың барлыҡҡа килеү тарихына бағышланған экспозициялар ҡуйылған музейҙар күп, улар иҫәбенә Әр-Рияд музейы, Центр исследования и изучения ислама имени Король Фейсал исемендәге Исламды тикшереү һәм өйрәнеү үҙәге инә. Архитектура ҡомартҡылары араһында Әл-Батаа айырылып тора, был үҙәктә боронғо биналарҙы күрергә була. Йәнә Масмак ҡәлғәһе бар, ул 1865 йылда төҙөлгән булған. Әр-Риядтың бөгөнгө тормошо символы булып иң юғары бина — Король үҙәге тора, бында офистар, ҡыйбатлы квартиралар һәм ресторандар урынлашҡан үҙәк.
Remove ads
Климаты
Климаты тропиктарға хас, сүллек . Әр-Рияд донъяның иң эҫе һауалы ҡалаларының береһе булып тора. Уртаса температура ғинуарҙа +14,4; июлдә +36,6. Климат бик ҡоро, яуым-төшөм йылына 100 мм тирәһенән артмай, ҡыш һәм яҙҙарын ғына ямғыр булғылай. Абсолют максимум +52,0 градус (июль), минимум −1 градус (ғинуар).
Remove ads
Демографияһы
Ҡаланың үҫеше
1940-сы йылдарҙан ҡала ныҡлы һәм бик етеҙ үҫешә. Бигерәк тә Әр-Риядатың халыҡ һаны XX вбыуаттың икенсе яртыһында ныҡ арта. 1960 йылда ҡалала 150 мең кеше йәшәһә, 1980-се йылдар башына миллиондан уҙып китә. Нефттән килгән иҫ киткес ҙур табыш ҡаланы бик замансаға әүерелдерә. Ғәҙәттә ҡала йорттары 8 ҡатлы, әммә оригиналь төҙөлөшө менән айырыла. бик күп күктерәр йорттар, башҡа һуш китерлек проекттар ҙә эшләнә. грандиозные проекты. Ҡаланың һәм шулай уҡ илдең иң ҙур бинаһы — Бурж әл-Мәмләк.
2009 йылдың ноябрендә ер өҫтө метрополитены төҙөлә башлай, ул Мәккәнекенән ҡала икенсе урында[6]. 2017 йылда алтын менән биҙәлгән яңы тармағы төҙөлөргә тейеш[7].
2013йылдың 23 апрелендә Сәғүд ибн Әбдел Әзиз әл Сәғүд исемендәге университет биләмәһендә троллейбус йөрөй башлай[8].
Ҡала 15 районға бүленгән[9].
Remove ads
Ҡала күренештәре
Галерея
- Университет Аль-Фейсал
- Крепость Масмак
- Мечеть аль-Увида
- Мост Вади Лебан
- Старая водонапорная башня
- Университет Аль-Йамама
- Финансовый район
- Хайат Центр
- Эр-Рияд
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads