Linux

Unix'ҡа оҡшаш операцион системалар ғаиләһе From Wikipedia, the free encyclopedia

Linux
Remove ads

Linux (Ҡалып:IPAc-en [ˈlɪnəks[ˈlɪnəks]? [6][7] йәки [ˈlɪnʊks[ˈlɪnʊks]? [8][9][10]), Линукс) — Linux ядроһына нигеҙләнгән һәм  Unixҡа оҡшаш операцион системалар ғаиләһе, GNU проекты утилиталары йә программаларының теге йәки был йыйылмаһын, бәлки, башҡа  компоненттарҙы ла үҙ эсенә ала.  Linux ядроһы кеүек үк, уға нигеҙләнгән системалар ҡағиҙә булараҡ ирекле һәм асыҡ программа тәьминәте эшкәртмәләре моделенә ярашлы эшләнә һәм таратыла.  Linux системалары төрлө дистрибутивтар рәүешендә — ҡуйырға әҙер итеп һәм оҙатыу, яңыртыу йәһәтенән еңел формала — шулай уҡ  үҙ система һәм ҡулланма   компоненттары тупланмаһы менән бергә башлыса түләүһеҙ таратыла. 

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Спонсор ...

1990-сы йылдар башында барлыҡҡа килтерелгән ядроға ҡарата сиселеш рәүешендә эшләнгән Linux системалары  суперкомпьютерҙар һәм серверҙар өсөн төп система булып тора.

Ғәҙәттә GNU проектының төп программаларын, мәҫәлән,  bash, gcc, glibc, coreutils, GNOME һәм башҡаларҙы үҙ эсенә компонент итеп индергән системалар ғына Linux  системалары тип иҫәпләнә. Ошоға бәйле, бөтә ғаилә GNU/Linux  булараҡ танылыу алған.  Әммә Linux ядроһына нигеҙләнгән, ләкин  GNU программаларынан бойондороҡһоҙ булған системалар ҙа бар, мәҫәлән,  Android һәм  FirefoxOS мобиль системаларын шундайҙарға индерәләр.  Linux'тың рәсми логотибы һәм талисманы итеп  Tux пингвины алынған, уны 1996 йылда Ларри Юинг эшләгән[11].  «Linux» сауҙа маркаһына ядроны барлыҡҡа килтергән һәм  эшләгән Линус Торвальдс хужа.  Шул уҡ ваҡытта Linux проекты киң мәғәнәлә ниндәй ҙә булһа ойошманыҡы йә кешенеке түгел, уны үҫтереү һәм таратыу менән меңдәрсә бойондороҡһоҙ эшкәртмәсе һәм компания шөғөлләнә,  һәм Linux'ты файҙаланыусылар төркөмө уларҙың үҙ-ара эш итешеү ҡоралы булып тора.   Linuxты үҫтереү һәм киңәйтеү маҡсатын ҡуйған коммерцияға ҡарамаған берекмәләр ҙә бар, улар араһында иң билдәлеһе һәм иң ҙуры —  2007 йылда барлыҡҡа килгән The Linux Foundation ойошмаһы. Linux-системаларҙы техник үҫтереү менән шөғөлләнгән ҙур коммерция баҙары бар, уның 70 проценттан ашыуын (2017)   Red Hat корпорацияһы биләй.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads