Windows
Викимедиа категорияһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡалып:Карточка ОС
Windows ( башҡ. тәҙрәләр,рус. Окна; халыҡ телендә— Виндоус, Винда, Виндус) — Microsoft корпорацияһының графиклы интерфейс ярҙамында идара итеүгә йүнәлтелгән коммерция операцион системалары (ОС) ғаиләһе. Башта Windows 1980 һәм 1990 йылдарҙа киң таралған MS-DOS операцион системаһы өсөн график өҫтәлмә ( надстройка) була. Net Applications ресурсы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2014 йылдың август айына Windows операцион системаһы шәхси компьютерҙарҙың 88 % менән идара итә. Windows x86, x86-64, IA-64 һәм ARM платформаларында эшләй. DEC Alpha, MIPS, PowerPC һәм SPARC өсөн версиялар ҙа булған.
Remove ads
Версиялары
- Windows 1.0 (1985)
- Windows 2.0 (1987)
- Windows 2.1 (1988)
- Windows 3.0 (1990)
- Windows 3.1 (1992)
- Windows 3.11 for Workgroups (1993)
- Windows 3.2 (1994)
- Windows NT 3.1 (1993)
- Windows NT 3.5 (1994)
- Windows NT 3.51 (1995)
- Windows 95 — Windows 4.0 (1995)
- Windows NT 4.0 (1996)
- Windows 98 — Windows 4.1 (1998)
- Windows 2000 — Windows NT 5.0 (1999)
- Windows ME — Windows 4.9 (2000)
- Windows XP — Windows NT 5.1 (2001)
- Windows XP 64-bit Edition — Windows NT 5.2 (2003)
- Windows Server 2003 — Windows NT 5.2 (2003)
- Windows XP Professional x64 Edition — Windows NT 5.2 (2005)
- Windows Vista — Windows NT 6.0 (2006)
- Windows Home Server — Windows NT 5.2 (2007)
- Windows Server 2008 — Windows NT 6.0 (2008)
- Windows Small Business Server — Windows NT 6.0 (2008)
- Windows 7 — Windows NT 6.1 (2009)
- Windows Server 2008 R2 — Windows NT 6.1 (2009)
- Windows Home Server 2011 — Windows NT 6.1 (2011)
- Windows 8 — Windows NT 6.2 (2012)
- Windows Server 2012 — Windows NT 6.2 (2012)
- Windows 8.1 — Windows NT 6.3 (2013)
- Windows Server 2012 R2 — Windows NT 6.3 (2013)
- Windows 10 — Windows NT 10.0 (2015)[2][3][4]
- Windows Server 2016 — Windows NT 10.0 (2016)
- Windows Server 2019 — Windows NT 10.0 (2018)
- Windows 11 — Windows NT 10.0 (2021)
- Windows Server 2022 — Windows NT 10.0 (2022)
Remove ads
График интерфейстары һәм DOS өсөн киңәйтеүҙәр

Windows –тың тәүге версиялары тулы операцион системалар булмаған, был DOS операцион системаһының ҡушымталары һәм ысынында күп функциялы киңәйтеү булған. Был киңәйтеү процессорҙың яңы эш режимдарын өҫтәгән, күп мәсьәләне сисеүҙе , аппарат тәъминәтендә интерфейстарҙы стандартлаштырыуҙы тәьмин иткән, ҡушымталар араһында мәғлүмәт алмашыуҙы һәм ҡулланыусы интерфейстары программаларының бер төрлөлөгөн өҫтәгән. График интерфейсын булдырыу өсөн эскә ҡуйып эшләнгән GDI һәм USER кәрәк. Windows-тың тәүге версиялары өс модулдән торған — KERNEL, GDI һәм USER. Тәүгеһе компьютерҙың хәтере менән идара итеүҙе, эшләнә торған файлдарҙы эшләтеп ебәреү һәм DLL динамик бибилиотекаларҙы ҡушымта менән тәьмин иткән,икенсеһе графика өсөн, өсөнсөһө— тәҙрәләр өсөн яуап биргән. Улар Intel 8086-дан башлап процессорҙар менән эшләй .
- Windows 1.0[8] (1985)
- Windows 2.0 (1987) — системала графиклы тәҙрәләрҙә DOS- ҡушымталарын ҡабыҙып ебәреү мөмкинлеге эшләнә, һәр бер ҡушымтаға тулы 640 Кбайт хәтер бирелә . 2.03 (2.0/386) версияһында 80386 процессорҙарына ярҙам хеҙмәте (поддержка) яҡшыртыла[9][10][11].
- Windows 2.1 (1988) — 80286 һәм 80386 процессорҙарының бөтә айырымлыҡтарына ла тулы ярҙам хеҙмәте (поддержка) эшләнә.
- Windows 3.0 (1990) — 80386 процессорҙарына ярҙам хеҙмәте (поддержка) һәм һаҡланған режим яҡшыртылған [12][13].
- Windows 3.1 (1992) —Windows 3.0 ныҡ яңыртылған: UAE (ғәмәли программаларҙың ҡотолғоһоҙ хаталары) алып ташланған, OLE механизмы , WYSIWYG режимында баҫтырыу («ни күрһәң, шуны алаһың»), TrueType шрифттары өҫтәлгән, файлдар диспетчеры үҙгәртелгән, мультимедия функциялары өҫтәлгән. 8086 процессорға һәм реаль режимды тәьмин итеү хеҙмәте (support) туҡтатылған[14].
- Windows 3.2 (1994) —Windows 3.1 Ҡытай версияһы. Был сикләнгән яңыртыу була, сөнки ул тик ҡытай телендәге ҡатмарлы яҙыуҙарҙың хаталарын ғына төҙәтә [15].
- Windows for Workgroups 3.11 (1993) — Windows эшсе төркөмдәр өсөн, локаль селтәргә ярҙам хеҙмәте булған ОС төркөмөнөң тәүге версияһы. Сиcтемала ядроның айырым яҡшыртылған яҡтары тикшерелгән , һуңыраҡ ул Windows 95 ҡуйылған . Был версиянан башлап, 80286 процессор һәм стандарт режим тәьмин итеү хеҙмәте туҡтатыла .
Remove ads
Хронология



График выхода и поддержки Windows
Ҡулланышы
2019 йылдың июненә Windows 88,5 % яҡын шәхси компьютер һәм эш станцияларында ҡуйылған.Һуңғы ваҡытта уны һатыу бер аҙ әҙәйгән . Быны шәхси компьютерҙар һатыу әҙәйеү һәм конкурент ОС macOS һәм Linux үҙ тауарын күберәк һата башлауы менән аңлаталар. Әлеге ваҡытта W3Schools-тың 2017 йылдың июль айы мәғлүмәте буйынса Windowsтарҙан Windows 10 иң популяры[16] ( 37 % яҡын).
2019 йылдың февраленә Windows-тың мобиль төрөнөң өлөшө 0,16 %, ПК өсөн версия 74 %, шулай итеп, барлығы ▼74,16 %[17][18].
Remove ads
Microsoft Edge
162 киңәйтеү өсөн Microsoft бер нисә ай элек яңы Edge һ тәшкил итә. Хәҙер һаны 1200 тирәһе тәшкил итә.[28]
Ҡарағыҙ
- Список операционных систем
- Windows API
- Проводник Windows
- Windows Script Host
- Многозадачность
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads