Александренко Галина Васильевна

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Александренко Галина Васильевна (14 июль 1956 йыл) — спортсы, биатлонсы. 1979—1983 йылдарҙа РСФСР, 1980—1983 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР чемпионы (1981) һәм призеры, биатлон буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Галина Васильевна Александренко 1956 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.

1978 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге ике орденлы Дәүләт физик культура институтын тамамлай (Ленинград).

«Содовик» спорт клубы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн сығыш яһай. Шәхси тренеры — Мөҙәрисов Миңлеғәле Закир улы[1]. РСФСР чемпионатының бер нисә тапҡыр призеры һәм чемпионы була. Биш километрлы дистанцияла СССР чемпионатында (1980), 5 һәм 7,5 км дистанцияла РСФСР чемпионатында (1981), 7,5 километрға шәхси ярышта СССР һәм РСФСР чемпионаттарының бронза призёры (1980). Эстафетала СССР һәм РСФСР чемпионаттарының көмөш призёры (1980), РСФСР чемпионатының бронза призёры (1981), 1981 йылда РСФСР чемпионатында спринтта чемпион титулын яулай.

1979—1983 йылдарҙа РСФСР йыйылма командаһы составына, 1980—1983 йылдарҙа — СССР йыйылма командаһы составына инә. Белорус ССР-ында (1980) һәм Болгарияла (1981) эстафетала «Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ» халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads