Беляев Тимофей Савельевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Беляев Тимофей Савельевич (1768—1846[1]) — рус шағиры һәм башҡорт эпосын рус теленә тәржемәләүсе.
Биографияһы
Беляев Тимофей Савельевич 1768 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Ташлы ауылында тыуған.
Ырымбур губернаһы прокуроры Н. И. Тимашевтың крепостной хеҙмәтсеһе булып тора.
Ташлы ауыл училищеһын тамамлап, Өфө губернаторы прокурор Н. И. Тимашевтың улын тәрбиәләү менән шөғөлләнә.
Ул 1812 йылда Ҡазанда «Ҡуҙыйкурпәс. Бер ҡурайсы тарафынан башҡорт телендә яҙылған һәм 1809 йылда Урал тауы буйҙарында рус теленә тәржемә ителгән башҡорт хикәйәте» исемле китап баҫтырып сығара, был «Ҡуҙыйкурпәс һәм Маянһылыу» башҡорт халыҡ эпосын беренсе әҙәби эшкәртеү булып тора.
Китапҡа «Ҡушымтала» ул башҡорт риүәйәттәрен тәржемә итеү буйынса эшен дауам итәм тип яҙа.
Беляев Тимофей Савельевичтың «Минең кистәрем: башҡорт әкиәттәре» ҡулъяҙмаһы һаҡланған.
1813 йылда баҫып сығарылған «Урал тауҙары ҡурайсыһы йыры» авторы. Китапта башҡорт халҡының 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында хикәйәләнә. Бер нисә шиғырҙың авторы булып тора.
Remove ads
Әҙәбиәт
- Беляев Т. С. Песнь Курайча рифейских гор. Изд.: Классика Книга Фонда, 2009 г.
- Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Өфө, 1973;
- Мамбетов М. А. Беляев Тимофей — башҡорт эпик әҫәрҙәрен йыйыусы һәм популярлаштырыусы" // РСФСР халыҡтары фольклоры. Өфө, 1976.
- Ҡуҙыйкурпәс // Башҡортостан рус әҙәбиәтендә. 1-се т. Өфө, 1961.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads