Бледных Василий Васильевич
инженер‑механик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Бледных Василий Васильевич (21 июль 1938 йыл — 20 май 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2013). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ауыл хужалығы машиналары эшләү төбәк-ара үҙәге ғилми етәксеһе, Көньяҡ-Урал дәүләт аграр университеттың баш ғилми хеҙмәткәре, техник фәндәр докторы, профессор. 1986—2008 йылдарҙа Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтының ректоры[1].
Remove ads
Биографияһы
Василий Васильевич Бледных 1938 йылдың 21 июлендә Өфөлә[2] репрессияланғандар ғаиләһендә тыуа. 1961 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын тамамлай.
1978-1980 йылдарҙа Кубала сит илдә командировкала була, Гавана юғары ауыл хужалығы институты ректоры советнигы һәм Куба республикаһының юғары уҡыу йорттары министрлығының ауыл хужалығынан белем биреү буйынса кәңәшсеһе булып эшләй.
1986-2009 йылдарҙа — Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтының ректоры. 2007 йылдан алып Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы[3].
2017 йылдың 20 майында оҙайлы ауырыуҙан һуң Силәбе ҡалаһында вафат була.
Remove ads
Фәнни эшмәкәрлеге
Ярым аҫмалы һабан, эрозияға ҡаршы тупраҡ эшкәртеүсе машиналарҙың эшсе органдарын, иген культураларын эшкәртеүҙең "канада" технологияһын, ауыл-хужалығы тәғәйенләнешендәге ЧТЗ тракторҙарын эшләү менән шөғөлләнә.
Төп хеҙмәттәре
- Бледных В. В., Любимов А. И. Практикум по сельскохозяйственным машинам (учебное пособие для факультета механизации сельского хозяйства). — М.: Колос, 1971. — 207 с.
- Бледных В. В., Власов Н. С. и др. Методика экономической оценки сельскохозяйственной техники: (руководство по дипломному проектированию). — М.: Колос, 1979. — 399 с. — (Учебники и учеб. пособия для высших с.-х. учеб. заведений).
- Инженер һәм иҡтисади иҫәп-хисапта иҫәпләү техникаһы: ауыл хужалығы инженеры һөнәре буйынса юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дәреслек /авторҙаш Сергованец Т. В. — 3-изд. — М.: Финанс һәм статистика, 1988. — 214 с
- Көньяҡ Урал шарттарында иген, ҡуҙаҡлы һәм ярма культуралары уңышын йыйыу һәм эшкәртеү технологияһын камиллаштырыу: уҡыу әсбабы /авторҙаш: Н. И. Косилов һ. б.; Силәбе дәүләт ауыл хужалығы инженерҙары университеты — Силәбе, 1995. — 90 б..
- Ауыл хужалығы машиналары буйынса практикум: 311300 "Ауыл хужалығын механизациялау" һөнөре буйынса юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн уҡыу әсбабы/ авторҙаш: А. И. Любимов һ. б. — М.: Колос, 1997. — 191 б. — Шул уҡ. — 2-се изд., эшкәртелгән һәм тулыландырылған — 1999. — 191 б.
- Ауыл хужалығында машиналарҙы ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү: 311900 "Аграр сәнәғәт комплекста машиналар ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү технологияһы" һөнәре буйынса юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн уҡыу әсбабы /авторҙаш: Черноиванов В. И. һ. б.; Машина-трактор паркын ремонтлау һәм файҙаланыу Бөтә Рәсәй ғилми тикшеренеү һәм технология институты. — 2-е изд., эшкәртелгән һәм тулыландырылған — М., 2003. — 987 б.
- Наносистемалар һәм материалдар индустрияһы: ауыл хужалығында ҡулланыу перспективалары/.авторҙаш Черноиванов В. И. һ. б.; Машина-трактор паркын ремонтлау һәм файҙаланыу Бөтә Рәсәй ғилми тикшеренеү һәм технология институты — М.; Силәбе, 2007. — 240 с.
- Агросәнәғәт комплексы предприятиелары өсөн һыуҙы нанофильтрлау. 1-се т. Һыуҙы таҙартыуҙың заманса ысулы /авторҙаш: Л. С. Орсик, М. Е Басаргина — М.; Силәбе, 2008. — 239 б.
- Крәҫтиәндәр / ФГОУ ВПО "Силәбе дәүләт агроинженер университеты". — Силәбе,2009.- 138 б.
- Ер эшкәртеү ҡоралдары төҙөлөшө, иҫәпләү һәм проектлау: уҡыу әсбабы /Силәбе дәүләт агроинженер академияһы — Силәбе, 2010. — 203 б.
- Агроинженерия һәм ауыл хужалығы операцияларын тикшереү. — М.: Росинформагротех, 2012. — 150 б.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
- Юғары белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре.
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
- Дуҫлыҡ ордены[4]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads