Борисовка (Ҡоншаҡ районы)
Ҡоншаҡ районында ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Борисовка (рус. Борисовка) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы ауылы. Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе составына керә.
Remove ads
Тарих
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составында була. 1930 йылдан — Башҡорт АССР-ы Ҡоншаҡ районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы составында.
Халҡы
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (89 %) йәшәй[3][4].
Билдәле шәхестәре
- Ғәббәсов Абдулла Ғәббәс улы (4.01.1900—????), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, I дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Хафизов Мөхәмәтулла Исмәғил улы (1951—2020), иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads