Васильев Михаил Павлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Васильев Михаил Павлович (2 октябрь 1922 йыл — 23 март 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының гвардия артиллерия-миномёт полкы орудиеһы командиры. Гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Михаил Павлович Васильев 1922 йылдың 2 октябрендә Крутченская Байгора ауылында (хәҙер Липецк өлкәһе Усман районы) хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

1940 йылда Усман педагогия училищеһын тамамлай, артабан уҡытыусы булып эшләй.

1941 йылдың август айында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. Ошо уҡ йылдың ноябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1945 йылдың ғинуарына гвардия старшинаһы Михаил Васильев 1-се Белорус фронтының 7-се кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһында 148-се артиллериия-миномет полкы орудиеһы менән командалыҡ итә. Польшаны азат иткән саҡта айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә[1].

1945 йылдың 14 ғинуары һәм 4 феврале араһындағы осорҙа Васильевтың расчеты 8 танк, 4 БТР, ҡорал, 3 пулемёт, 7 автомашина, шулай уҡ күп һанлы дошмандың тере көстәрен юҡ итә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия старшинаһы Васильев Михаил Павлович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены менә «Алтын Йондоҙ» миҙалы (6774-се) тапшырыла[1].

Һуғыш тамамланғандан һуң Васильев Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1948 йылда демобилизациялана[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 23 авгусындағы указына ярашлы «Советтар Союзы Геройы» исеменән мәхрүм ителә. 1972 йылдың 4 сентябрендә уға «Советтар Союзы Геройы» исеме ҡабаттан ҡайтарыла.

Мәскәүҙә йәшәй. 1998 йылдың 23 мартында вафат була[1].

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • М. П. Васильевтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads