Васильев Юрий Маркович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Васильев Юрий Маркович (26 ноябрь 1928 йыл, Мәскәү — 30 июнь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй цитологы, медицина фәндәр докторы, профессор. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1991; СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы 1990).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Юрий Маркович Васильев 1928 йылдың 26 ноябрендә Мәскәүҙә тыуа. Әсәһе, Васильева Надежда Сергеевна (1898—1935), С.Н.Васильевтың һәм Екатерина Алексеевна Абрикосованың ҡыҙы, — табип, медицина фәндәре кандидаты[2]. Ю.М.Васильев 1-се И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина институтын тамамлай (1949).

1962 йылдан алып 2000 йылға тиклем Рәсәй медицина фәндәре академияһының Н.Н. Блохин исемендәге Рәсәй онкология ғилми үҙәгендә канцерогенез механизмдары лабораторияһы мөдире.[3]; 1963 йылдан 2006 йылға тиклем — Мәскәү дәүләт университетының вирусология кафедраһы профессоры һәм Мәскәү дәүләт университетының А.Н. Белозерский исемендәге Физик химия биология институтында күҙәнәкле регуляциялар төркөмө етәксеһе[4]. Америка ҡушма штаттарында Ратгер университеты профессоры. Американың, Бөйөк Британияның һәм Израилдең 20-нән ашыу университеттарына саҡырылған лектор, күп кенә халыҡ-ара конференцияларға саҡырылған лектор[5].

1990 йылдың 15 декабренән СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты - Физиологик актив берләшмәләрҙең биохимия, биофизика һәм химия бүлеге (күҙәнәк биологияһы).

Күп йылдар дауамында И.М.Гельфанд менән берлектә нормаль һәм яман шеш күҙәнәктәренең хәрәкәт итеү механизмдарын өйрәнә. Гельфанд менән бергә 1967-1970 йылдарҙа «Икенсе мәктәп»тә молекуляр биология һәм генетика буйынса дәрестәр үткәрә. И.М.Гельфандтың биологик семинарында ҡатнаша[6].

Ю. М. Васильев — Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Яман шеш буйынса ғилми совет ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Күҙәнәк биологияһы һәм иммунология буйынса ғилми совет ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Күҙәнәк биологияһы йәмғиәтенең вице-президенты.[7].

Журналдар советы һәм редакцион коллегия ағзаһы:

  • «Цитология»;
  • «Бюллетень экспериментальной биологии и медицины»;
  • «Cytoskeleton»;
  • «International Journal of Cancer и Differentiation».

Ғаиләһе

Ю. М. Васильев — Абрикосовтар нәҫеленән Рәсәй эшҡыуары Абрикосов Алексей Ивановичтың бүләһе [8].

  • Ҡыҙы — Елена (24 апрель 1954) Мосгорздравтың штаттан тыш баш белгесе, кардиолог, «И.В. Давыдовский исемендәге ҡала клиник дауаханаһының баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор[9][10].
Remove ads

Фәнни эшмәкәрлеге

Нормаль һәм яман шеш күҙәнәктәренең, шул иҫәптән цитоһөлдәне үҙгәртеүҙең молекуляр механизмдарының биологияһы буйынса тикшеренеүҙәр. Ю. М. Васильев тәүге тапҡыр күҙәнәктәрҙең формаһын һәм йүнәлешле хәрәкәттәрен билдәләүҙә микроторбалар системаһының ролен асыҡлай һәм нормаль, онкогендар трансформациялаған күҙәнәктәр өсөн адгезия структураларының (матрикс һәм күҙәнәк-ара контакттар) генезында һәм динамикаһында актин-миозин ҡыҫҡарыу ролен күрһәтә; Ю.М. Васильев асыҡлаған күҙәнәктең микроторбалары функцияһы «цитоплазма интеллекты» тип атала.

Төп баҫмалары

  • J. M. Vasiliev and I. M. Gelfand. Neoplastic and normal cells in culture, Cambridge University Press, Cambridge, 1981 (Русская версия — «Наука», Москва, 1981; перевод на китайский язык — Beijing 1984);
  • A. D. Bershadsky and J. M. Vasiliev. Cytoskeleton, Plenum Press, New York, 1988;
  • J. M. Vasiliev and I. M. Gelfand. Mechanisms of morphogenesis in cell cultures, 1977. Int. Rev. Cytol., 101: 159—274;
  • Перестройки молекулярной морфологии эпителиальных и соединительнотканных клеток в нормальных морфогенезах и при канцерогенезе. 2008, Биохимия (Москва) 73:656-61;
  • О присутствии фактора, обеспечивающего прививаемость в фильтрате асцитной карциномы Эрлиха (1956);
  • Использование моноклональных антител к белкам цитоскелета и внеклеточного матрикса в онкологических исследованиях (1988);
  • J. M. Vasiliev et al. Effect of colcrmid on the locomotory behaviour of fibroblasts, J. Embryol. Exper. Morphol. 1970, 24: 625—640. Эта работа Ю. М. Васильева и соавт. была признана Международным институтом научной информации в США «классической по цитированию» (ингл. сitation classic).
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads