Гидронимика

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Гидрони́мика (бор. юнан. ὕδωρ — һыу + ὄνομα — исем) — атамаларҙың килеп сығышын һәм тарихи үҙгәрешен өйрәнүсе топонимика тармағы.

Гидронимдар - йылғалар, күлдәр, һаҙлыҡтар, шишмәләр һ.б. һыу ятҡылыҡтары исемдәре.

Гидронимдар системаһы оҙон тарихи дәүер дауамында формалаша һәм үҙендә тел белеме, этнография, тарих, география һ.б. өлкәләргә ҡараған мәғлүмәттәрҙе

мәҫәлән:объекттарҙың тәбиғәт һәм хужалыҡ менән бәйле билдәләре, улар янында булған ваҡиғалар, объекттарҙың хужалары тураһында һ.б. туплай.

Төҙөлештәре яғынан гидронимдарҙың күпселеге - ике составлы. Өс, дүрт составлы атамалар ҙа осрай.

Гидронимдарҙың күбеһе «исем+исем» (Минһаҗ бабай чишмәсе) һәм «сифат+исем» (Түгәрәк күл) конструкциялары менән яһала.

Боронғо һәм тотроҡло лингвистик материал булараҡ, гидронимдар тарихи тикшеренүҙәр өсөн ҡиммәтле сығанаҡ булып торалар.

Remove ads

Гидроним төркөмдәре

Түбәндәге гидроним төркөмдәрен айырып йөрөтәләр:

  • ағым һәм торғон һыуҙар[1] (йылға, шишмә, канал, шарлауыҡ, инеш[2], һаҙлыҡ, күл, быуа, һыуһаҡлағыс, диңгеҙ, океан);
  • йылға йырҙаһының өлөштәре [1] (ятыу, зөмбәй, тупһалар, шаршы, өйрөлтмәк, ҡомайыл, йәки ҡомаяҡ, һыу аҫты таштары, утрау, һайлыҡ һ.б);
  • акватория өлөштәре [1] (ятыу, ҡултыҡ, боғаҙ);
  • һыу (һыу аҫты) объекттары (утрау, ярымутрау, морон, һайлыҡтар, һыу аҫты банктары, риф).
Remove ads

Терминдар

  • гелоним — һаҙлыҡтарҙың, һаҙымат урындарҙың үҙ атамаһы[3];
  • инсулоним — утрауҙарҙың үҙ атамалары[4];
  • лимноним — күл һәм быуаларҙың атамалары[5];
  • пелагонимы — диңгеҙ атамалары[6];
  • потамоним — йылға атамалары [7].

Сығанаҡ

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads