Говерла

From Wikipedia, the free encyclopedia

Говерла
Remove ads

Говерла (укр. Гове́рла, рум. Hovârla — "үтергә ҡыйын ҡалҡыулыҡ"[2], тарих. венг. Hóvár) —Украина территорияһында  иң бейек тау һәм иң юғары нөктә. Говерла Карпат аръяғы өлкәһе һәм Ивано-Франковск өлкәләренең сиктәрендә,   Румыния  сигенән яҡынса 17 километр алыҫлыҡта урынлашҡан [3].  Карпатылағы Черногора һыртына ҡарай. Тауҙың бейеклеге диңгеҙ өҫтөнән   2061 метр тәшкил итә.

Ҡыҫҡа факттар Говерла, Характеристикалары ...

Тау итәгендә Прут йылғаһының бер сығанағы бар. Тауға менеү буйынса беренсе туристик маршрут 1880 йылда асыла. Эре тораҡ пунктарынан яҡын тирәлә Рахов, Ясиня һәм Ворохта урынлашҡан.

Remove ads

Туризм

Туристик объект булараҡ билдәле. Көн аяҙ булған саҡта төньяҡта Ивано - Франковск өлкәләренең  Ивано - Франковск, Коломыя һәм Снятин ҡалаларын, ә көньяҡ йүнәлештә — Румыния  ҡалаһы Сигету -Мармациейҙы күрергә була. Говерла тауы башынан Карпаты аръяғындағы Петрос тауы (2020 метр) бик асыҡ күренә.  Көньяҡ - көнсығышҡа табан Черногора һыртының түбәләр теҙмәһе һуҙыла. Аяҙ көндә Поп Иван тауындағы Аҡ фил обсерваторияһын күреп була. Тауҙан көньяҡ - көнбайыш яғына Марморош һырты күтәрелгән. Был һырт буйлап Румыния менән Украина сиктәре үтә.

Thumb
Говерланан төшөү урыны

Тау итәгендә Прут йылғаһының бер сығанағы бар. Инештән алыҫ түгел дөйөм бейеклеге 80 метр тәшкил иткән  шарлауыҡтар каскады урынлашҡан. 

Remove ads

Легендалар

Говерла һәм Прут

Говерла һәм Прут тураһында бер - береһенә оҡшаш легендалар бар. Шуларҙың береһе буйынса, улар ҡасандыр егет менән ҡыҙ булғандар һәм, ҡыҙҙың атаһы уҫал  Мольфар белеп ҡалғанға тиклем, бер- береһен яратҡандар. Прут Говерланы тапмаһын өсөн, атаһы уны тауға әүерелдереп, йәшергән. Прут, һөйгәнен сихырҙан арындырыр өсөн, таң беленгән саҡта тау түбәһенә менергә кәрәк икәнен белеп ҡалған. Әммә ул ҡояш ҡалҡҡанға тиклем менеп өлгөрмәй, Говерла битләүенә ултыра ла илап ебәрә. Бына шулай итеп  Говерла битләүҙәренән сыҡҡан Прут йылғаһы һаман да илай. Шул ваҡыттан алып Говерла менән Прут гел бергә.

Remove ads

Климат

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Говерлаға күтәрелеү

Күтәрелеүҙәрҙең күбеһе 1100 м бейеклектә булған Заросляк базаһынан башлана. Базаға тиклем йәйәүләп, автомобилдә йәки велосипедта барып етеп була, Ворохтанан йәки Верховинанан (Яремче  тирә - яғы) бигерәк тә еңелгә тура киләсәк. Базанан тау түбәһенә ике һуҡмаҡ алып бара — береһе һөҙәк, дөйөм оҙонлоғо  4,3 км, икенсеһе күпкә текәрәк (3,7 км). Заросляк базаһынан трекингты башлағанда, йылдың йәйге айҙарында тау түбәһен яулап алыуы хатта әҙерлекһеҙ туристарға ла ҡыйын түгел[4].

Remove ads

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads