Дорин Вячеслав Николаевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Дорин Вячеслав Николаевич (5 сентябрь 1941 йыл — 1992 йыл) — партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1981—1983 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Өфө ҡалаһы Совет район Советы башҡарма комитеты, 1991—1992 йылдарҙа Ленин район Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Remove ads

Биографияһы

Вячеслав Николаевич Дорин 1941 йылдың 5 сентябрендә Липецк ҡалаһында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1969 йылда Ленинград инженер-төҙөлөш институтын (хәҙерге Санкт-Петербургский архитектура-төҙөлөш университеты) тамамлаған. 1958—1961 йылдарҙа Липецк төҙөлөш техникумында уҡый, һуңынан Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1969 йылда инженер-төҙөлөш институтын тамамлағас, Өфө ҡалаһында 21-се треста мастер булып башлай. 1972—1981 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡалаһы Орджоникидзе райкомы сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, инструктор булып эшләй. 1981—1983 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Совет район Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1991—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Өфө ҡалаһы Ленин район Советы башҡарма комитеты рәйесе. [1] Өфө ҡалаһының Ленин районы, 29-сы Нижегородка һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. [2] Дорин Вячеслав Николаевич 1992 йылда вафат була.

Remove ads

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads