Дунай-Драва (милли парк)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Дунай-Драва (милли парк)map
Remove ads

Дунай-Драва (мадьярса  Duna-Dráva Nemzeti Park) — Венгрияның көньяғында, Көньяҡ Дунай аръяғы крайы, Шомодь, Баранья һәм Тольна медьеһындағы (графлыҡ) милли парк. Парк биләмәһе, башлыса, Дунай һәм Драва йылғалары буйлап ҙур майҙанға таралған 21 өлкәнән тора. Парк территорияһының дөйөм майҙаны — 494,79 кв. км. Драва һәм Дунай йылғалары араһындағы тәбиғәттең иң ҡиммәтле төбәге 1962 йылдан алып тәбиғәт һағы контроле аҫтына алына, 1996 йылда милли паркҡа нигеҙ һалына.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Категория защищённых зон МСОП ...

Remove ads

Иғтибарға лайыҡ биләмәләр

Геменц

Сексарданан көньяҡ-көнсығышҡа, Мохачтан төньяҡ-көнсығышҡа табан, Байя ҡалаһы ҡаршыһында Дунайҙың уң яҡ ярындағы һыубаҫар урман биләмәһе. Геменц биләмәһендә зоологик ҡурсаулыҡ ойошторолған, ул милли парк составына инә.

Геменц Дунайҙың һәм уның ҡушылдығы Шионың тармаҡтары, ҡабырғаларындағы ҡылымыҡтары һәм иҫке улаҡтары менән йырғысланған. Уларҙың күбеһе борма-борма формалы һәм бик күп утрауҙар барлыҡҡа килтергән.

Ҡурсаулыҡта, Шио һәм Дунайҙың иҫке улаҡтарының береһе араһындағы моронда, Таплош-гога демонстрациялау зонаһы ойошторолған. Күргәҙмә экспозицияһы был төбәктәге венгр крәҫтиәндәренең традицион йәшәү рәүешен тергеҙә. Бында шулай уҡ традицион венгр тоҡомло йорт хайуандарын күрергә мөмкин.

Геменцтың хайуандар донъяһы бай — бында бихисап ҡырағай хайуандар, бигерәк тә ҡоштар — бөркөт, селәр, ҡауҙы һ. б. тереклек итә.

Драва Үҙәне

Драва Көньяҡ-Дунай аръяғы крайы биләмәләре буйлап 150 километрҙан ашыу арала ағып ята. Күп урындарҙа ул Хорватия менән сикте хасил итә, ваҡыт-ваҡыт тулыһынса Венгрия йәки хорват биләмәләренә инеп китә. Венгрияның башҡа ҙур йылғалары — Дунай һәм Тисанан айырмалы рәүештә Драва ғәмәлдә тураймай тиерлек, сөнки бында гидротехник эштәр башҡарылмаған, шуға ла уның ярҙарында кеше ҡулы теймәгән тәбиғәт һаҡланған участкалар бар, уларҙың күбеһе милли парк составына инә. Күп кенә участкаларҙа Драваның бик күп иҫке улаҡтары, ҡабырға ҡылымыҡтары һәм утрауҙары барлыҡҡа килә.

Яр буйҙарында ерек, ҡорос ағас, бук ағастары үҫә; йылғаның иҫке улаҡтары һәм ҡабырға ҡылымыҡтары таллыҡ менән ҡапланған. Йылға ярлауҙарында ҡарлуғастары, балыҡсы турғайҙар һәм йәшелғош оя ҡора. Йылға күсмә һыу ҡоштары өсөн ҙур роль уйнай, яҙ башында Драва йылғаһы үҙәнендә меңләгән ҡошто күрергә мөмкин.

Ланкоци урманы

Thumb
Шомодь медьеһында Драва.

Ланкоци урманы Визварҙан алып төньяҡ-көнбайышҡа табан, Драваға параллель рүештә һуҙыла. Бында имән, ҡарама, ҡорос ағас үҫә, шулай уҡ ҡыуаҡлыҡтар һәм лианалар менән ҡапланған туғайҙары ла бар. Ташҡын ваҡытында даими рәүештә урманды һыу баҫа.

Барчский урманы

Барчский артыш урманы Драванан төньяҡҡа табан, Барч ҡалаһынан көнсығышҡараҡ аға. Флораһы һәм фаунаһы бик бай.

Мечек һәм Абалигет мәмерйәһе

Печ ҡалаһынан төньяҡҡа табан убалы Мечек урман районы ята, уның күп кенә өлөшө һаҡлау аҫтына алынған. Абалигет торбасыҡтар мәмерйәһе[1] (мадьярса  Abaligeti-barlang) (мадьярса  Abaligeti-barlang) Мечектың киң танылған иҫтәлекле урыны, ул бөтә туристар өсөн дә асыҡ. Мәмерйә ер аҫты шишмәләренең тау тоҡомдарын йыуҙыртыуҙан хасил булған. Мәмерйәлә закон менән һаҡланған ярғанаттар төрө йәшәй.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads