Дунай

From Wikipedia, the free encyclopedia

Дунайmap
Remove ads

Дуна́й (рум. Dunărea, мадьярса  Duna, нем. Donau, сер. Дунав, словак. Dunaj, болг. Дунав, хорв. Dunav, укр. Дунай, лат. Danubius, Danuvius, бор. юнан. Ίστρος) — оҙонлоғо буйынса Европала (Волганан ҡала) икенсе урында торған, «интернациональ» йылға[1], Европа берлеге биләмәһендә иң оҙон йылға. Оҙонлоғо — 2960[2] км.

Ҡыҫҡа факттар Дунай, Характеристика ...

Йылға башы Германияның Шварцвальд тауҙарынан башлана. Артабан ул ун дәүләттең биләмәһенән аға йәки сигенән үтә. Германия, Австрия, Словакия, Венгрия, Хорватия, Сербия, Болгария, Румыния, Молдавия һәм Украина дәүләттәренән ағып ҡайһы бер илдәрҙең баш ҡалалары янынан уҙа: Вена, Братислава, Будапешт һәм Белград[3].

Дунайҙың һыу бассейны туғыҙ дәүләттең биләмәһен эсенә ала[3]. Дунай Румыния һәм Украина биләмәләрендә Дунай дельтаһы яһап Ҡара диңгеҙгә ҡоя. Румыния өлөшө ЮНЕСКО тарафынан бөтә донъя мираҫы объекттары составына индерелгән.

Remove ads

Этимология

Урыҫса атамаһының килеп сығышы праслав. *Dunajь, гот. *Dōnawi кельт теле аша килеп кергән Dānuvius[4]. Поляк ғалимы Ян Розвадовский күҙаллауынса *Dunajь тип тәүҙә славян халыҡтары Днепрҙы атаған.(быны Беларусь һәм украин фольклоры буйынса белеп була)[5]. К. Мошинский был күҙаллауҙы хуплай һәм славян халыҡтарының бер өлөшө күсеп килгән ваҡытта ошо исем алынғандыр, ти *Dunavъ/*Dunavь[6].Т. Лер-Сплавинский Мошинскийға ҡаршы фекерҙә, ул Дунай тип тиҫтәләгән йылға барлығын күрһәтә һәм польша, украин һөйләштәрендә был һүҙ оло һыу тигән мәғәнә бирә, ти ибһе теле *dhounā[7]. В. Н. Топоров һәм О. Н. Трубачёв «Лингвистический анализ гидронимов Верхнего Поднепровья» тигән хеҙмәттәрендә Лера-Сплавинскийҙың һөҙөмтәләренә иғтибар бүленмәгән. Тик славян ерҙәрендә аталған «Дунаец» гидронимы булараҡ ҡына билдәләп үтелгән[8], за что данную работу подверг критике З. Голомб[9].*

Remove ads

Ҡушылдыҡтары

Дунай бассейны асимметрик формаға эйә. Уның уң яры яғы һыу йыйыуҙың кесе өлөшө булып тора (майҙандың 44 % өлөшө һыуын йыя). Әммә Дунайҙың уң яғы бассейндың гидрографик селтәрен барлыҡҡа килтерә. Ҡушылдыҡтар ҙурлығы яғынан бер тигеҙ кимәлдә, уларҙың күбеһенең инеше Альп һәм Карпат тауҙарынан башлана. Венгрия Урта Дунай уйһыулыҡтарында бөтөнләй юҡ.

Тауҙарҙан баш алған Дунай ҡушылдыҡтары тау йылғаһы характерында, шәп аға. Тигеҙлектәргә сыҡҡас, башҡа йылғалар кеүек тыныслана.

Дунайҙың һыу режимына тәьҫир итеүсе йылғалар таблицала күрһәтелгән.

Ентеклерәк мәғлүмәт Атамаһы, Дунайға ҡушылған урыны (яр) ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads