Дятлов Игнатий Семёнович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Дятлов Игнатий Семёнович (12 ғинуар 1925 йыл — 31 июль 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945).

Ҡыҫҡа факттар Тыуған ваҡыты, Тыуған урыны ...
Remove ads

Биографияһы

Игнатий Семёнович Дятлов[1] 1925 йылдың 12 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Балаҡатай районының Иҫке Балаҡатай ауылында тыуа.

Иҫке Балаҡатай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай, артабан колхозда эшләй. Атаһы Семён Васильевич 1942 йылдың октябрендә Сталинград өсөн барған яуҙа батырҙарса һәләк була.

Игнатий Семёнович Ҡыҙыл Армияға 1943 йылдың 20 ғинуарында Балаҡатай район хәрби комиссариаты тарафынан алына. 1944 йылда Горький хәрби пехота училищеһының тиҙләтелгән курсын тамамлай. Икенсе Украина фронтының 1239-сы уҡсылар полкында взвод командиры була. 1944 йылдың август айында яралана, госпиталдә дауаланғандан һуң яңынан үҙенең полкына әйләнеп ҡайта. Румынияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышты Германияға етеп тамамлай.

1953 йылда запасҡа ебәрелә.

Эш урыны: мәктәптә военрук, Златоуст ҡалаһының аҙыҡ-түлек сәнәғәте заводында мастер, Славута ҡалаһында (Украина) тегеү фабрикаһында товаровед.

1967 йылда эшсе йәштәр мәктәбен, 1973 йылда — Ҡазан дәүләт университетын тамамлай. Өфөлә спорт әйберҙәре фабрикаһы директоры урынбаҫары булып эшләй. 1971 йылдан Өфө «Мода йорто»ноң товароведы, тегеү фабрикаһының тәьминәт бүлеге начальнигы, «Ремстройдормаш» тресының тәьминәт бүлеге етәксеһе булып эшләй.

1999 йылдың 31 июлендә Өфөлә вафат була. Өфө районының Йоматау ауылы зыяратында ерләнә.

Remove ads

Батырлығы

«1945 йылдың 12 ғинуарында беҙҙекеләр Сандомир плацдармында дошмандың оборона һыҙығын өҙә. 1-се Украина фронты ғәскәрҙәре Одер йылғаһына сыға. 1239-сы уҡсылар полкы командованиеһы 24 ғинуарҙан 25 ғинуарға ҡараған төндә Ланге ауылы янынан Одер йылғаһын һуғышып аша сығып, аръяҡтағы плацдармды баҫып алырға була. Был яуҙа лейтенант Дятлов ҙур батырлыҡ күрһәтә. Дошмандың пулемёттан да, мылтыҡтарҙан да көслө ут яуҙырыуына ҡарамаҫтан, ул үҙенең яугирҙәрен хәрби заданиены үтәргә дәртләндерә. Үҙе беренселәрҙән булып дошмандың траншеяһына бәреп инә. Гитлерсылар траншеяларынан бәреп сығарыла. Таң атҡанда дошмандың ике рота пехотаһы һәм дүрт танкы контрһөжүмгә күсә. Әммә Дятловтың взводы сигенмәй. Был көрәштә немец һалдаттарының взводы, өс пулемёты, ике танкы юҡҡа сығарыла. Дошман сигенә. 1239-сы полктың башҡа подразделениеларына Одер йылғаһы аша сығырға юл асыла».

1945 йылдың 10 апрелендә, Одер йылғаһы аша уңышлы сыға алғаны, уның көнбайыш ярындағы дошман плацдармын яулағаны һәм һаҡлап ҡала алғаны өсөн лейтенант И. С. Дятловҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Советтар Союзы Геройы
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6514)
  • Ленин ордены
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)

Хәтер

  • Иҫке Балаҡатай урта мәктәбендә Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Иҫке Балаҡатай ауылы урамына Геройҙың исеме бирелгән.
  • Йыл һайын волейбол буйынса беренселекте алған ауыл командаһына И. С. Дятлов исемендәге кубок тапшырыла.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads