Император хоҡуҡ белеме училищеһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Император хоҡуҡ белеме училищеһы
Remove ads

Император хоҡуҡ белеме училищеһы — рус. Императорское училище правоведения — революцияға тиклемге Рәсәйҙең иң абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһе.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Училище 1835 йылдың декабрендә асылған һәм 1840 йылда уҡ дәүләт хеҙмәтенә тәүге 14 чиновник әҙерләп сығарған. Училище асылғандан алып 1918 йыл башына тиклем Рәсәйҙең ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда һиҙелерлек эҙ ҡалдырған 2000-дән ашыу профессионал әҙерләнгән.

Remove ads

Тарихы

1720 йылда дәүләт менән идара итеүгә белемле хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү зарурлығын аңлаған Пётр I «шляхтанан» да патент алып әҙерлек үткән кешеләрҙе эшкә ҡабул итергә бойора. Сенатта «ҡаҙна эштәре» — канцелярия эшен алып барыу өсөн мәктәп асыла[2]. Сенат ҡарамағында «ҡаҙна эштәре» — канцелярия эшен алып барыу өсөн мәктәп асыла.

Шуға ҡарамаҫтан, 1763 йылда Екатерина II хөкүмәт учреждениеларына коллегия-юнкерҙарҙы уҡытыу ҡәнәғәтләнерлек түгел тип табып, был белем биреү системаһын үҙгәртергә һәм сенат мәктәбен ябырға мәжбүр булған.

1801 йылда, яңы император осоронда инде, генерал-прокурор А. Беклешов дворяндарҙы граждандар хеҙмәтенә әҙерләү тәртибен йәнә тәнҡитләп сыға. 1805 йылда Юстиция министрлығы тәҡдиме буйынса Александр I Юғары Хоҡуҡ белеме училищеһы булдырыуҙы раҫлай һәм уның директоры итеп хоҡуҡ белгесе, статский советник Г. А. Розенкампфты тәғәйенләй. 1806 йылда яңы училищела өс йыллыҡ курсҡа иҫәпләнгән дәрестәр башлана. Ләкин 1809 йылда тәүге сығарылыштан һуң уҡытыу М. Сперанский тарафынан туҡтатыла. 1812 йылда Г. А. Розенкампф уҡытыуҙы тергеҙергә тырыша, әммә башланған һуғыш быға ҡамасаулай, ә 1816 йылда училище бөтөрөлә.

1835—1917 йылдар осоронда

Thumb
Пётр Георгиевич Ольденбургский

Рәсәй ҡануниәтен системалаштырыу буйынса эштәр тамамланғас, квалификациялы чиновниктар әҙерләү проблемаһы йәнә киҫкенләшә. Батшаның туғаны принц Пётр Ольденбургский инициативаһы буйынса һәм М. М. Сперанский ҡатнашлығында административ һәм суд эшмәкәрлеге өсөн юридик компетентлы кадрҙар тәрбиәләү маҡсатында 1835 йылдың 29 майында Николай I указы менән Юстиция министрлығы ҡарамағындағы яңы хоҡуҡ белеме биреү училищеһының уставы һәм штаттары раҫлана[3].

Училище попечителе итеп тәғәйенләнгән Пётр Георгиевич Ольденбургский уның өсөн И. Н. Неплюевтың вариҫтарынан 700 000 һумға Фонтанка йылғаһы буйында урынлашҡан 6-сы йортто һатып ала. Йорт архитекторҙар А. И. Мельников һәм В. П. Стасов тарафынан яңыртып төҙөлгән. Училище директоры итеп статский советник С. А. Пошман, инспектор — Царское Село лицейы профессоры Е. В. Врангель тәғәйенләнә. 1835 йылдың 7 декабрендә, тантаналы рәүештә асылғандан һуң ике көн үткәс, яңы училищела дәрестәр башлана.

Училище өҫтөнлөклө ябыҡ уҡыу йорто булған һәм статусы буйынса Село ауылы лицейы менән тигеҙләнгән. Унда дворяндарҙың 12-17 йәшлек 100 улы ҡабул ителгән. Училище түләүле булған, ләкин ҡаҙна ҡарамағында булған уҡыусылар өсөн түләү ҡаҙна иҫәбенә индерелгән.

Уҡыу ваҡыты тәүҙә 6 йылға билдәләнгән, әммә 1838 йылдан 7 йылға тиклем арттырылған һәм ике курсҡа: кесе — гимназияла (VII, VI, V һәм IV кластар) һәм өлкән — университет (III, II һәм I кластар) бүленгән. 1847 йылдан алып училищела әҙерләү кластары ойошторола (1856 йылдан — өс йәшлектәргә).

Директор һәм тәрбиәселәр училищела хәрби тиерлек дисциплина урынлаштырырға һәм ҡәтғи көн тәртибен үтәтергә тырыша[4].

Көн режимы
Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡыңғырау №, Ваҡыт ...
Thumb
Училище бинаһының заманса күренеше
Thumb
Зарянко С. К. Император Хоҡуҡ белеме училищеһы залында уҡытыусылар һәм тәрбиәләнеүселәр төркөмдәре, 1840.

XIX быуат аҙағында училищены аҫрау буйынса сығым йыл һайын 225 000 һум тәшкил иткән; шуларҙың 90 000-е казначействоларҙан ебәрелгән, ә ҡалған сумма тәрбиәләнеүселәрҙе аҫраған өсөн түләүҙәрҙән килгән. Мохтаж булғандарға һәм сығарылыш уҡыусыларына, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтеү өсөн 1885 йылда Правовед кассаһы уставы раҫланған.

Бөтә сығарылыш уҡыусылары ла Юстиция министрлығы учреждениеларында 6 йыл хеҙмәт итергә тейеш була. Мәктәпте тамамлағас, IX һәм X класс уҡыусылары (титуляр советник һәм коллегия секретары — штабс-капитанға һәм армия поручигына тап килгән) һәм күбеһенсә Юстиция министрлығына һәм Сенатҡа канцелярияға йүнәлтелгән; башҡалар уҡыуҙағы һөҙөмтәләренә ярашлы бүтән ергә ебәрелгән.

Александр III училищеның 50 йыллығы уңайынан рескриптында йәш дворяндарҙы суд өлкәһендә граждандар хеҙмәтенә әҙерләү буйынса эшмәкәрлекте билдәләгәндә артабан ошо йүнәлештә дауам итергә өндәй: «труды свои на благовоспитание русского юношества, утверждая питомцев своих в правилах веры, правды и доброй нравственности и в неизменной преданности Престолу и Отечеству».

Ошо йылдар эсендә Рәсәйҙең күп булмаған юридик уҡыу йорттары иҫәбенә ингән Хоҡуҡ белеме училищеһы 2000-дән ашыу юғары квалификациялы юрист әҙерләп сығарған[5].

1917 йылдан һуң

1917 йылдың 15 сентябрендә Император хоҡуҡ белеме училищеһы Ваҡытлы хөкүмәт ҡарары менән Халыҡ мәғарифы министрлығына буйһондорола[6].

1918 йылдың 18 июнендә училище Халыҡ мәғарифы комиссариаты ҡарары менән бөтөрөлә, ә уның бинаһы Петроград агрономия институтына (ПАИ) тапшырыла.

Совет осоронда күп хоҡуҡ белгестәре репрессиялана (ҡара. Дело лицеистов).

1947—1956 йылдарҙа әүәлге Хоҡуҡ белеме училищеһы бинаһын НИИ-380 ғилми-тикшеренеү институты — буласаҡ Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү телевидение институты (ВНИИТ) ҡуртымға алған[7].

2003 йылдан алып Хоҡуҡ белеме училищеһы бинаһында (Фонтанка яр буйы. 6 йорт) Ленинград өлкә суды урынлашҡан

Thumb
А. А. Алехин кейгән «чижик-пыжик» эшләпәһе
Remove ads

Мундир төҫө

Училище тәрбиәләнеүселәре йәшел мундир һәм өс мөйөшлө эшләпә кейгән, өлкән кластарҙа шпага йөрөткән. Лаҡаптарға ярашлы, йәшел мундирҙың һары петлицаһы һәм обшлагы, ҡышҡыһын кейелгән пыжик (болан балаһы тиреһенән тегелгән) бүрек һары турғай (чиж) ҡауырһыны төҫтәрен хәтерләтеүе арҡаһында училище студенттарына «чижик-пыжик» ҡушаматы таҡҡандар[8][9]

Комментарийҙар һәм иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads